Даирә
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Июнь 2020, 17:20

1 июлдән кемдәрҙең пенсияһы индексациялана?

Быйыл 1 июлдән ҡайһы бер категорияға ҡараған граждандарҙың пенсияһы индексациялана, ә августа

эшләп йөрөгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы артасаҡ.
1 июлдән ғәмәлгә инәсәк үҙгәрештәр нигеҙендә бәлиғ булмаған балаларҙың опекуны йәки попечителе булған пенсионерҙарға тәғәйен өҫтәмә түләүҙәр индексациялана башлаясаҡ. Был хаҡтағы закон Дәүләт Думаһы тарафынан март айында ҡабул ителгәйне. Быға тиклемге закондарға ярашлы, был категорияға ҡараған хаҡлы ялдағы ололар өс-дүрт мең һум күләмдә аҡсалата ярҙам алды һәм шул сәбәпле эшләп йөрөгән пенсионерҙар категорияһына индерелеп, уларҙың пенсияһы индексацияланманы. Әлеге яңылыҡ 29,6 меңдән ашыу кешегә ҡағыласаҡ.
Бынан тыш, йәшәү минимумы күләменән аҙыраҡ пенсия алған ололарға быйылғы йәйҙә бер тапҡыр бирелә торған өҫтәмә түләү ҙә вәғәҙә итәләр. Уның күләме һәр төбәктә төрлөсә. Сағыштырыу өсөн: Пенза өлкәһендә - 1800 һум булһа, Ленинград өлкәһендә 2000 һум тип билдәләнгән.
Фото: Валерий Шахов


Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: