Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
12 Июнь 2020, 11:15

Рәсәй көнө менән дуҫтар!

Рәсәй көнө – илебеҙ өсөн төп байрамдарҙың береһе. Ул Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 1992 йылдың 11 июнендә раҫланған ҡарарына ярашлы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, 1992 йылдан бирле 12 июндә Рәсәй көнө байрамы билдәләнә. Нәҡ ошо көндә 1990 йылда РСФСР-ҙың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. Был сәйәси-хоҡуҡи акт конституция реформаһының башланғысы, яңы демократик хоҡуҡи дәүләт төҙөүгә нигеҙ булып тора.

Был декларацияла РСФСР Конституцияһының һәм закон­дарының СССР ҡануниәте акт­тарынан өҫтөнлөгө раҫлана. Шулай уҡ яңы барлыҡҡа килгән сәйәси партияларҙың, йәмәғәт ойошмаларының, берләш­мәлә­ренең хоҡуҡи мөмкинлек­тәре яҡлау таба.

Документта закондар сыға­рыу, башҡарма һәм суд влас­тарының бүленеүе ҡағиҙәләре ҡарала. Шулай уҡ унда РСФСР составындағы автономиялы республикаларҙың, өлкәләрҙең, округтарҙың һәм крайҙарҙың хоҡуғын киңәйтеү талап ителеүе лә яҙыла.

Рәсәй дәүләтенең үткән юлына, тарихына күҙ һалһаҡ, ул бер ваҡытта ла еңел булмаған. Һәр сәйәси ҡоролоштоң да ыңғай һәм кире яҡтары бар, шуға ла беҙ, үт­кәндәрҙән һабаҡ алып, иле­беҙҙ­ең киләсәге яҡшы һәм ныҡ­лы булһын өсөн, үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә бурыслы. Уның арта­банғы үҫеше һәр граждандың ҡарашына, сәйәси әүҙемлегенә, ваҡиғаларға битараф ҡалма­уына, Конституцияның һәм закондарҙың үтәлешенә иғти­барлы булыуына бәйле икән­леген дә оноторға тейеш түгелбеҙ.

Был ерҙә ата-бабаларыбыҙ йәшәгән, беҙ йәшәйбеҙ һәм Рәсәй тигән ҙур дәүләт балаларыбыҙға, киләсәк быуынға ҡаласаҡ. Ысынлап та, илебеҙ донъяла иң ҙур һәм күп милләтле, шуға күрә уға идара итеү еңелдән түгел, уның берҙәмлеген һәм сигенең именлеген һаҡлап ҡалыу ҙур яуаплылыҡ талап итә.

Эйе, бер көн килеп, донъяны шаулатып торған СССР тигән дәүләт юҡҡа сыҡты, уға алмаш­ҡа Рәсәй тигән ил ҡалды. Шул уҡ ил, әммә инде үҙенең тарихи би­ләмәһен юғалтҡан, донъя кимәлендәге абруйын ҡаҡшат­ҡан дәүләт булараҡ ҡына ҡалды. Күпме генә тырышһаҡ та, Совет илен ҡайтарып булмай, шуға ла булғанын – Рәсәйҙе һаҡлау бурысы тора беҙҙең алда.

Сит илдәргә ҡарап мәдхиә йырлаһаҡ та, донъялағы хәлдәр Рәсәйҙән дә яҡыныраҡ еребеҙ булмаясағы тураһында әленән-әле иҫбатлап ҡына тора. Шул уҡ коронавирус пандемияһы ла быны беҙгә иҫбат итте түгелме?! Сит тарафтарға яҡшы тормош эҙләп киткән ватандаштарыбыҙ, донъя ҙур һынау алдына ҡуйғас, кемуҙарҙан Рәсәйгә ҡайтырға ынтыла башланы, хатта байҙар ҙа самолет ебәреүҙе үтенеп һорап ятты. Бәлки, күптәре хәҙер аңла­ғандыр Тыуған илдән дә ҡәҙер­лерәк ер булмауын, сөнки алдын­ғы иҫәпләнгән Көнбайыш Европа илдәре лә сит ил граждандарына ҡарата ниндәй мөнәсәбәттә булыуын асыҡ күрһәтте.

Рәсәй иһә “үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тип, самолеттар ебәреп, бөтәһен дә илебеҙгә ҡай­тара. Ә бит ил етәкселегенең “ҡай­ҙа киткәнһегеҙ, шунда йә­шәгеҙ” тип битарафлыҡ күрһә­теүе лә ихтимал ине. Тәү ҡараш­ҡа ошо ябай ғына күренештәр Рәсәйҙең донъя кимәлендәге көсөн, мөмкинлектәрен сағыл­дырҙы. Беҙ бер кемдән дә хәйер, ярҙам һорамайбыҙ, киреһенсә, һәр ваҡыттағыса, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.

Ошо урында Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Мостай Кә­римдең “Ҡайын япрағы тура­һында” шиғыры иҫкә төшә, ә бит халҡыбыҙҙың бөйөк улы әҫәрендә бөтәһен дә ябай шиғыр теле менән әйткән дә биргән:
“Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй,
Шундай йәшел, юғары!” –
тип ошо юлдарҙа башҡорт халҡының яҙмышын, Рәсәйҙең бөйөклөгөн асып һалған.

“Шул япраҡты ашар булып
Нисә төрлө ҡорт һырыған.
Ҡайһы “милләт”,
ҡайһы “дәүләт”,
Ҡайһы “өммәт” затлы булған.
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән
Ғорур ҡайын-Әсәнән.
Әсәһенең һуты менән,
Көсө менән йәшәгән”, –
тигән юлдарҙа ла Башҡортостан менән Рәсәйҙең яҙмышы айырылғыһыҙ булыуы, утты-һыуҙы бергә үтеүе сағыла. Эйе, беҙ Рәсәй менән бергә булдыҡ һәм буласаҡбыҙ!

Халыҡҡа төрлө экстремистик саҡырыуҙар, фекерҙәр, сыуа­лыштар кәрәкмәй, һәр кем иле­нең тыныс булыуын теләй. Илде тарҡатыу төҙәтелмәҫлек хата һәм хыянат булыуын 90-сы йыл­дарҙа уҡ күрҙек. Ошо сыуалыш заманында илде бүлгес­ләү һөҙөм­тәһендә күпме ябай халыҡ зыян күрҙе, төрлөһө төрлө илдә тороп ҡалды, яҙмыштар селпәрәмә кил­де. Был сәйәси аҙым үҙен бер нисек тә аҡламаны, күптәр әле һаман да ошо хәлгә юл ҡуйыл­ғаны өсөн әсенә.

Эйе, булғаны булған инде, әм­мә тормош дауам итә. Ошо ха­та­ларҙы кисергән Рәсәйҙең бөгөн аяҡҡа баҫып, донъяла тотҡан уры­нын ҡайтарыуға өлгәшеүе күңелгә йылы бөркә. Хәҙер иле­беҙ менән иҫәпләшәләр, санкция­лар менән ҡурҡытырға маташһа­лар ҙа, бирешмәйбеҙ. Ил Президенты Владимир Путин Рәсәйҙе нығытыуға, көс-ғәйрәтен ҡайта­рыуға ҙур көс һала. Уның аҡыл­лы, төплө сәйәсәте һөҙөм­тәһендә Ҡырым ярымутрауын, Севастополь ҡалаһын тыныс юл менән кире ҡайтарыуға өлгәш­тек. Әле лә Рәсәйҙең Ер шарын­дағы абруйын, үҙаллылығын нығытыу өҫтөндә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Шунһыҙ ҙа булмай, әгәр ҙә ошондай сәйәсәт алып бар­маһаҡ, беҙҙе башҡалар тапап үтәсәк.

Донъялағы геосәйәсәт Рәсәйҙе яңынан-яңы хәүеф-һынауҙар алдына ҡуя. Ер шарындағы күп байлыҡтарҙы, газ һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙендә туплаған илгә ҡыҙығыусылар күп, шуға дәүләтебеҙҙең территориаль үҙаллылығын, ҡағылғыһыҙ булыуын тәьмин итеү – тәү бурыстарҙың береһе.

Донъялағы сәйәси-ижтимағи хәлдәр, шулай уҡ замандың да башҡаса булыуы 1993 йылда ҡабул ителгән Конституцияға үҙгәрештәр индереү зарурлығын күрһәтте. Унда тәҡдим ителгән яңы төҙәтмәләр нәҡ Рәсәй Феде­рацияһының үҙаллылығын, бо­йон­дороҡһоҙлоғон, донъя кимә­лен­дәге урынын нығытыуҙы төп маҡсат итеп ҡуя ла инде. Ысынлап та, ниңә беҙ Америка, Көн­байыш Европа илдәренең ҡу­шыуы, бойороуы буйынса йәшәр­гә тейешбеҙ һуң?! Яңы Консти­туцияға индерелгән төҙәтмәләр, ошо саҡырыуҙарға яуап итеп, Рәсәй закондарының халыҡ-ара ҡануниәттән өҫтөн булыуын, ил­дең суверенитетын һәм территориаль бөтөнлөгөн һаҡлауҙы тәь­мин итеүгә йүнәлтелгән. Ысынлап та, бөтә төҙәтмәләр ҙә бик урын­лы һәм ваҡытында индерелә.

Ошо күҙлектән сығып ҡара­ғанда ла, тауыш биреү хоҡуғы булған һәр граждан 1 июлдә – Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреү көнөндә ҡатнашырға һәм үҙ һүҙен әйтергә бурыслы. Был иһә һәр кемебеҙҙең илебеҙҙең киләсәктәге үҫешенә индергән өлөшө буласаҡ.

Гөлнур ҠОЛҺАРИНА,
БР Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты:
– 12 июндә Рәсәй Федерацияһының төп дәүләт байрамы – Рәсәй көнө билдәләнә. Тарихи дата Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгән көнгә бәйле. Был байрам Ватаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарҙың уртаҡ яҙмышын һәм берҙәмлеген, Рәсәй дәүләтселегенең бай тарихын кәүҙәләндерә. Илебеҙҙең төп көсө – социаль-иҡтисади яҡтан ныҡлы булған төбәктәрҙә. Йәмғиәтебеҙҙең рухи үҫешенә һәм әхлаҡи һаулығына булышлыҡ итеүсе һәр халыҡтың туған теле, мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре Рәсәй дәүләтенең ижтимағи тотороҡлолоғон тәшкил иткән ышаныслы терәге, милләттәр һәм конфессия-ара татыулыҡ, тыныслыҡ нигеҙе булып тора.

Илгиз СОЛТАНМОРАТОВ, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры:
– Был байрам, 1992 йылдан ғына үткәрелһә лә, оло әһәмиәткә эйә. Минеңсә, әлегә 12 июнь көнө тейешенсә йөкмәткеле булып бөтмәне. Йылдан-йыл ул процесс бара. Ысын патриотизм ил кешеләрендә оло һынауҙар аша үтеп, сынығып ҡына барлыҡҡа киләлер. Дәүләт байрамы булып ҡына ҡалмай, халыҡ байрамына әйләнһә, ул көн ысын берҙәмлек, Ватанды һөйөү тойғоһон нығытыуға булышлыҡ итер. Шул юҫыҡта йәмәғәт көстәренең ошо байрамды үткәреүҙә ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәй. Беҙҙең Халыҡтар дуҫлығы йорто ошо көн хөрмәтенә күп саралар уҙғара. Бөгөнгө шарттарға ярашлы, онлайн тәртибендә йә иһә ситтән тороп ойошторола. Ошо көндәрҙә Рәсәй төбәктәрендә эшләй башлаған башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре өсөн дә был тәүге саралар. Республикала эшләгән башҡа халыҡтарҙың тарихи-мәҙәни үҙәктәре өсөн дә Рәсәй көнөн үткәреү матур йолаға әүерелде. Халҡыбыҙҙа ил тойғоһон үҫтереүҙә, бигерәк тә йәш быуында, Рәсәй көнө –төп байрамдарҙың береһе ул. Уның әһәмиәте киләсәктә тағы ла артыр тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Автор: Рәмилә МУСИНА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/-ayyny-b-y-k-r-s-y-/
Читайте нас: