ҠУҘЫ
Был арала сабырлыҡ талап ителер, моғайын. Ниндәйҙер мәсьәләнең хәл ителеүен көтөргә тура килер. Аҙнаның икенсе яртыһы тынысыраҡ үтер. Ваҡиғаларҙы ашыҡтырмағыҙ.
БУҒА
Аҫтыртын эштәр менән мауыҡмағыҙ, барыһы ла тиҙ арала асыҡланыр, уңайһыҙ хәлдә ҡалырһығыҙ. Шаршамбыға тиклем мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе кисектереп тороғоҙ.
ИГЕҘӘКТӘР
Бөтә көндәр ҙә тыныс үтер. Был аҙнала көсөгөҙҙө мөһим эштәргә генә йүнәлтегеҙ, ваҡ-төйәк мәшәҡәттәрҙе кисектереп тороғоҙ. Шаршамбыла һеҙ ҡылған ғәмәлдәрҙе ҡайһы берәүҙәр өнәп етмәҫ, моғайын.
ҠЫҪАЛА
Эштәге абруйығыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн байтаҡ көс һалырға тура килер. Борсолмағыҙ, барыһы ла уңышлы тамамланыр. Был арала аҡсағыҙҙы һаҡлабыраҡ тотонорға кәңәш ителә. Бурысҡа алмаҫҡа тырышығыҙ.
АРЫҪЛАН
Шәхси тормошоғоҙ менән артыҡ мауығыу арҡаһында мөһим мәсьәләне күҙ уңынан ысҡындырыуығыҙ ихтимал. Кесе йомала ишеткән яңылыҡты ныҡлы тикшергәндән һуң ғына үҙ мәнфәғәтегеҙҙә файҙаланығыҙ.
ҠЫҘ
Кәйефегеҙ шәп булыр. Әүҙемлегегеҙ бик тиҙ үҙ емешен бирер. Матди хәлегеҙ ҙә ыңғай яҡҡа үҙгәргәндәй тойола. Кесе йомала уйламаған ерҙән мәшәҡәт килеп сығыр.
ҮЛСӘҮ
Аҙна шәхси тормошоғоҙҙо яйға һалыу, мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн ҡулай булмаҡсы. Айырыуса мөхәббәт өлкәһендә уңырһығыҙ. Милек, ҡиммәтле әйбер һатып алыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителер.
САЯН
Аҙна белем алыу өсөн ҡулай. Аралашыуҙар кәйефегеҙҙе күтәрер. Тырышлыҡ һалһағыҙ, һөҙөмтәһен кесе йома уҡ күрерһегеҙ. Ҡайһы бер сетерекле мәсьәләләрҙә дуҫтарығыҙҙың кәңәше ярҙам итер.
УҠСЫ
Ярайһы уҡ һәйбәт аҙна көтә. Уйҙарығыҙ менән һаман үткәндәрҙә ҡалырһығыҙ, шулай ҙа уларҙы күптән оноторға ваҡыт. Ҡарашығыҙҙы киләсәккә йүнәлтегеҙ. Кесе йомала бүләк алырһығыҙ, моғайын.
ЫЛАҠ
Һуңғы арала булған ваҡиғалар яңы өмөттәр уятыр. Тик тормоштан әйләнгән һайын бүләк көтмәгеҙ, күпте талап итмәгеҙ. Иңегеҙгә көсөгөҙ етмәҫтәй бурыс алмаҫҡа тырышығыҙ. Күптән күрешмәгән кешенән хәбәр алырһығыҙ.
ҺЫУҒОЯР
Алдығыҙҙа киң мөмкинлектәр асылыр.Ҡайһы бер ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыуҙың рухи һәм матди файҙаһын күрерһегеҙ. Шишәмбе эшлекле һөйләшеүҙәр уңышлы булыр. Йоманы үҙегеҙгә арнаһағыҙ, һәйбәт булыр.
БАЛЫҠ
Аҙна һөнәри үҫеш йәһәтенән ҡулай булмаҡсы. Шулай ҙа шишәмбе бөтә ваҡиғалар ҙа һеҙ теләгәнсә бармаҫ, моғайын. Йомалағы хәлдән үҙегеҙгә фәһем алырһығыҙ, ике йөҙлөләрҙе фаш итерһегеҙ.