Тап ошо мәлдә район хакимиәте башлығы Андрей Иванютаның водителе Игорь Лопухов осраҡлы рәүештә янғын башланған биләмә янынан үтеп бара һәм туҡтай. Был мәлгә пилорама тулыһынса ут аҫтында була. Ангар менән эшкәртелмәгән ағас һаҡланған келәт араһында “КамАЗ” автомобиле тороуын күреп, Игорь уны ҡотҡарыу мөмкин икәнен әйтә. Был мәлдә келәт тә яна башлаған була. Пилорама эшселәре был ғәмәл эшкә ашырлыҡ түгел тип ныҡыша. Әммә машина асҡысының кабинала булыуын белешкәс, Лопухов бер эшсене ышандыра һәм улар баштан-аяҡ һалҡын һыу менән ҡойоноп, икәүләшеп ут-төтөн эсенә инеп китә. Пилорама эшсеһе рулгә ултыра, ә Игорь юлды күрһәтеп бара. Шулай итеп, йөк автомобиле ут эсенән имен килеш сығарыла.
Белорет районы хакимиәтендә Игорь Лопуховтың бик яуаплы, үҙ эшенә бирелгән профессионал булыуын билдәләйҙәр. Әйткәндәй, ул утты-һыуҙы үтеп сыныҡҡан яугир ҙә – 1994-1996 йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби хеҙмәттә була. Ул үҙе был хәлде бер ниндәй ҙә геройлыҡ тип һанамай. “Минең урында һәр ысын ир-егет, етмәһә, водитель машинаны ҡотҡарыу яҡлы булыр ине”, - ти.
Фото: Белорет районы хакимиәтенән.