Өфөлә 38 йәшлек Төркиә гражданына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ул ун йәшлек ҡыҙҙы көсләүҙә ғәйепләнә.
Был хәл бер йылда ике тапҡыр ҡабатланған. Ирҙең өйҙәше - баланың әсәһе - ул турала белмәгән. Ишетеү менән иһә хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза яҙған.
"Баш ҡаланың Совет районы тәфтишселәре кәрәкле тикшереү эштәрен башлаған. Шаһиттарҙан һорау алына, ғаиләнең йәшәү шарттары тикшерелә", – тинеләр Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәтендә.
Мигрантты әле ҡулға алғандар.