Даирә
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 19:05

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе «дауыл» хаҡында иҫкәртә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә.

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 12 июндә республикала урыны менән боҙ-борсаҡ, елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе көтөлә. Һауа температураһы төндә 12-17, көндөҙ 22-27 градус була.
12 июндән 15-енә тиклем Башҡортостандың көньяҡ райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.
Бофорт шкалаһы буйынса, елдең секундына 17-20 метр тиҙлектә иҫеүе – «дауыл». Ошондай ел ваҡытында ағастарҙың ботаҡтары һына. Бындай һауа торошо йылға транспорты төрҙәре өсөн хәүефле.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Ксения Калинина
Читайте нас: