Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
4 273 кешенең 2 514-е — актив сирлеләр, 1 741-е һауыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә Рәсәй төбәктәрендә коронавирус йоҡтороуҙың 8 779 осрағы раҫланған, 174 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 8 367 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә 502 436 сирле иҫәпләнә, уларҙың 261 150-һе һауыҡҡан, 6 532 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Әлеге ваҡытта илдә коронавирусҡа 13,8 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 330 меңгә яҡын тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 322 мең самаһы кеше медицина күҙәтеүенә алынған.