Ошо уңайҙан әүҙем йәмәғәт ағзалары менән ойошторолған мәҡәләләр серияһын дауам итәбеҙ. Киләһе йыл Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кеүек ҙур сара торғанда, беҙҙең өсөн төбәктәрҙәге милләттәштәребеҙ хаҡында фекер ишетеү ҙә бик мөһим. Үҙенең хәтирәләре менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев уртаҡлаша. Яҙманың тулы вариантын “Башҡортостан” гәзитендә уҡығыҙ.
"Беренсе ҡоролтайға әйләнеп ҡайтҡанда, ҡоролтай аппаратында эшләмәһәм дә, төбәктәргә, райондарға бик күп йөрөргә тура килде. Нисектер йәһәт кенә сығып китә ала инек. Әйтелә лә, тиҙ генә йыйынып, китаптар, методик ҡулланмалар алабыҙ ҙа китәбеҙ. Төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәрҙең хәлен бик йыш белешеп торҙоҡ. Урындарҙа ҡоролтайҙар ойошторорға ярҙам иттек, методик булышлыҡ ҡылдыҡ. Силәбе өлкәһендә күп тапҡыр булдым, Марат Рәфҡәт улы Камалов менән бик дуҫ эшләнек. Һамар өлкәһенә дүрт тапҡыр барҙым, унда Сафиулла Наил улы Вилданов менән уртаҡ тел таптыҡ. Кешене тыңлай белә, эшен дә башҡара, Һамар башҡорттарын ул ойошторҙо. Шулай уҡ Һарытау, Ҡурған, Ырымбур өлкәләренә, Пермь крайына, Татарстан, Мари Иле республикаларына, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына ла барҙыҡ. Ҡоролтайҙар үткәрешәбеҙ, сығыштар яһайбыҙ, Башҡортостандағы хәлдәрҙе, үҙаллылыҡ өсөн көрәш тураһында һөйләйбеҙ, шунан һуң төрлө мәғлүмәттәр бирәбеҙ, милли мәктәптәр асыуҙа ярҙам итәбеҙ, ундағы башҡорттарҙың тарихын өйрәнеүгә ғалимдарҙы йәлеп итәбеҙ. Шул саҡта Ҡурған, Ырымбур, Свердловск өлкәһе башҡорттары тураһында китаптар ҙа баҫылды.
Ул заманда төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәрҙең балаларын республикалағы юғары уҡыу йорттарына индереүгә квоталы урындар бирелә торғайны. Был мөмкинлек менән күп кенә балалар файҙаланды. Ошо йәһәттән аппарат ойошторолған мәлдән үк эшләгән Рәйсә Зөфәр ҡыҙы Ғәйфуллина әүҙем булды. Бөтә документтар уның аша үтә ине. Ул бәйләнеш булдыра ине төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар менән.
Йәнә бер һоҡланғыс нәмә – ер һатыуға ҡаршы сығыу, комиссиялар төҙөү. Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына мөрәжәғәттәр ебәрҙек. Министрҙы саҡырабыҙ, үҙе килә алмаһа, урынбаҫарҙарын ебәрә ине, мәсьәләне уртаға һалып һөйләшә торғайныҡ. Элек министрҙар ыңғай ҡарай ине: килеп докладтар һөйләйҙәр, ҡоролтайҙар үткәрешергә лә баралар. Мәҫәлән, Һарытау, Һамар өлкәләрендә командировкала ул саҡтағы матбуғат министры Зөфәр Мөхтәр улы Тимербулатов менән йөрөп ҡайттыҡ. «Мин - министр, нишләп йөрөргә тейешмен?» – тимәне. Премьер-министр урынбаҫары Хәләф Ишморатов менән, шундай ҙур чиновник булыуына ҡарамаҫтан, Ырымбурға Каруанһарайға ике тапҡыр бергә барҙыҡ, Силәбелә булдыҡ, ҡоролтайҙар үткәрҙек. Хөкүмәт кимәлендәге шәхестәрҙең иғтибарын халыҡ аңлай ине, тимәк, ҡоролтай кәрәк, башҡорттарҙы тупларға кәрәк, уның ҡиммәте шунда, тимәк, Хөкүмәт иғтибар итә, ти торғайны".