Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 15:20

Ҡояшта тәнегеҙ бешһә...

Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырһа ла, көн эҫе тип өйҙә ҡасып ултырып булмай. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн көндәлек эш-мәшәҡәттәр етәрлек.

Һуңғы ваҡытта ҡояш нурҙары аямай, ләкин уның да зыяны барлығын оноторға ярамай. Ҡояшта йөрөп, тәнегеҙ бешһә, түбәндәге кәңәштәр ярҙамға килер.
Бер аш ҡалағы көнбағыш майы, ике аш ҡалағы ҡаймаҡ һәм бер йомортҡа һарыһын бергә ҡушып, яҡшылап болғатырға һәм тәнегеҙгә һөртөргә кәрәк.
Шулай уҡ һуғандан әҙерләнгән компресс та ярҙам итер. Уның өсөн бер баш һуғанды ваҡ итеп турарға ла бер стакан һыуға һалып, биш минут тоторға һәм һөҙөргә. Янған урынға һалып торорға һәм 15 минут һайын алмаштырырға кәрәк.
Ҡояшта ныҡ янһағыҙ, күберәк һыу эсегеҙ. Шулай уҡ янған урынға ҡатыҡ, ҡаймаҡ һөртөргә һәм ҡыярҙы блендерҙа йәки миксерҙа иҙеп, унан маска яһарға мөмкин.
Һатыуҙа ҡояштан һаҡланыу өсөн булған кремдарҙы ҡулланыу ҙа ярҙам итә. Эҫелә башығыҙға мотлаҡ рәүештә яулыҡ ябынып, йә иһә эшләпә кейеп йөрөгөҙ.
Фото: Ирекле сығанаҡтан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: