Даирә
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 13:10

Фарш менән картуфтан

Ҡул осондағы аҙыҡтарҙан әҙерләнгән ябай ғына ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!

400 грамм ит фаршы, 700 грамм картуф, 70 грамм ҡаты сыр, 100 грамм ҡаймаҡ, бер баш һуған, бер кишер, бер йомортҡа, бер помидор, ике тырнаҡ һарымһаҡ, тоҙ, борос алабыҙ.
Тәүҙә фаршты ваҡланған һарымһаҡ, туралған һуған, йомортҡа, тоҙ, борос ҡушып һәйбәтләп баҫабыҙ.
Шунан картуфты әрсеп, нәҙек кенә итеп ҡырҡабыҙ. Айырым һауытта киҫелгән помидорҙы ҡаймаҡ менән бутайбыҙ.
Форманы үҫемлек майы менән майлап, төбөнә картуфты йәйеп һалабыҙ ҙа тоҙ һибәбеҙ. Фарштан кәтлиттәр йомарлап, картуфтың өҫтөнә теҙәбеҙ. Кәтлиттә соҡорҙар яһап, помидор менән ҡаймаҡты тултырабыҙ. Ҡырылған кишерҙе һибеп, өҫтөн фольга менән ҡаплап, 200 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 30-40 минут тирәһе бешерәбеҙ. Шунан фольганы алып, ҡырылған сыр һибеп, тағы ла 10-15 минут тирәһе тотабыҙ.
Өҫтәлгә йылы килеш бирәбеҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Edaizduhovki.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: