Ваҡиға урынында полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй, бәпестең тәнендә бер ниндәй ҙә эҙҙәр табылмай. Үлем сәбәбен асыҡлау маҡсатында баланың мәйете суд-экспертиза белгестәренә тапшырылған. Алдан күҙаллауҙар буйынса, сабыйҙың йоҡо аралаш тонсоғоуы ихтимал.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға оҡшаш күңелһеҙ хәл бөгөн Мишкә районында да теркәлгән. Сәңгелдәгендәге сабыйҙың тын алмағанын иртә менән ата-әсәһе һиҙеп ҡала. Был юлы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре бәпес янында ятҡан аҙыҡ банкаһын да үҙҙәре менән тикшереүгә ала.
Сабыйҙарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, түҙемлек һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.