Хәл бәхәсле. Вьетнамдарҙың биләмәһендә, ысынлап та, бик күп эт була, ҙурҙары ла, көсөктәре лә етерлек. Хайуандар һағында тороусылар раҫлауынса, улар күптән инде был ғаиләне күҙәтә, сөнки йыш ҡына юғалған тип иҫәпләнгән эттәрҙе ошонда тапҡандар.
- Зубов ҡасабаһында юғалған этте тап ошо ихатала эҙләп таптыҡ. Участковыйҙы алып барҙыҡ, - ти хайуандарҙы һаҡлаусылар, - Беҙгә бер кем дә ишек асманы. Юғалған ике хаски ҙа шунда ине. Уларҙы үҙебеҙ менән алырға ҡыйыулыҡ етте. Нисек тә ҡотҡарырға кәрәк, тип уйланыҡ.
Азия илдәре халҡының, ысынлап та, эт итен ашауы билдәле. Хәҙер был ғәҙәт бәләкәй ауылдарҙа ғына һаҡлана, вьетнамдарҙың күпселеге унан ваз кискән, тип иҫәпләйҙәр. Шуға күрә республикала йәшәгән вьетнамдарҙың эттәрҙе урлап, туҡланыуҙа ҡулланыуын иҫбатлау мөмкин дә түгелдер.