Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 13:05

Бындай “табыш”ҡа юлығырға яҙмаһын!

Ҡариҙел районында йәшәгән ир үҙ биләмәһендә ҡот осорлоҡ “табыш”ҡа юлыҡҡан. Ике метр тәрәнлектә пакетҡа һалынған мәйет һөлдәләре табылған.

Был хәл тураһында UfacityNews.ru порталы хәбәр итә. Хайран ҡалырлыҡ ваҡиғаны ишетеп, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Тишереүҙән күренеүенсә, һөлдәләр ерҙә 16 йыл ятҡан булырға тейеш. Ике пакетта кеше һөйәктәре, куртканан тыш, ҡатын-ҡыҙ кәрәк-яраҡтары, биҙәнгестәр, алтын алҡа, тараҡ табылған. Өҫтәүенә ике ир һәм ике ҡатындың документтары ла булған.
Табылған әйберҙәр медицина экспертизаһына ебәрелгән, уның ярҙамында ҡара эшкә асыҡлыҡ индерелеүе мөмкин. Бынан 16 йыл элек ниндәй енәйәт ҡылынғаны, ҡырын эштең кем тарафынан башҡарылыуы ла, бәлки, билдәле булыр.
Фото:Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: