Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 18:55

Байрамда яуаплылыҡты кәметергә ярамай

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән сираттағы онлайн-брифингта һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова төбәктәге медицина учреждениеларының ҡәҙимге эш режимына күсә барыуын белдерҙе.

Шул иҫәптән Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ла барлыҡ бүлектәр тиерлек асылған, поликлиника, гемодиализ хеҙмәте, балалар табыу йорто ла эшләй. Шулай уҡ дауахана билмәһендәге ковид-госпиталь дә ҡала, унда барлыҡ санитария-эпидемиологик саралар күрелә. Берәй бүлектә коронавирус менән сирләүгә шик булһа, дезинфекция үткәрелә, тиҙ арала сирле махсус дауаланыу бүлегенә күсерелә, тине министлыҡ вәкиле.
Республика граждандары өсөн юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеге лә ҡабаттан ғәмәлгә ингән. Ошондай ярҙам төрөнә мохтаж кешеләр, йүнәлтмә һәм махсус талон булған осраҡта, дауаланыу урынына барыр алдынан ете көн эсендә йәшәгән урыны буйынса коронавирусҡа анализ тапшырырға тейеш – был мотлаҡ талап.
Райондарҙағы хәлдәргә килгәндә, республиканың алты медицина учреждениеһында коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле өлөшләтә сикләү саралары индерелгән. Һүҙ Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Октябрьский, Юғары Тәтешле үҙәк район дауаханалары, баш ҡалының 13-сө дауаханаһы, Республик ҡан ҡойоу станцияһы хаҡында бара.
Ирина Кононова әйтеүенсә, төбәк сикләүҙәрҙән сығыуҙың икенсе этабына күсте. Әммә алда торған байрам осоронда һәм ҡәҙимге көндәрҙә лә һаҡланыу талаптарын үтәү зарур.
Фото: ria.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: