Даирә
+7 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 19:00

Байрам алдынан - 50 яңы автобус!

Бөгөн республиканың пассажирҙар ташыуҙы тәьмин иткән төп предприятиеһы “Башавтотранс” 50 ҙур “НефАЗ” автобустары менән тулыланды. Рәсәй көнө алдынан яңы машиналарҙың асҡысын предприятие филиалдары етәкселәренә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

– Халыҡтың күпселек өлөшө Өфөлә транспорт менән тәьмин ителештең һиҙелерлек яҡшырыуын билдәләй, – тине төбәк етәксеһе. – Водителдәрҙең дисциплинаһы яҡшырҙы, был тышҡы йөҙ-ҡиәфәттә лә асыҡ күренә. “Башавтотранс”ты тотороҡло үҫешкән заманса предприятие итә алыуыбыҙға ышаныуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм.
25 ултырыу урыны булған, 106 пассажир һыйҙырышлы яңы автобустар халыҡ айырыуса күп йөрөгән маршруттарҙы хеҙмәтләндерә башлаясаҡ. Улар газ двигателендә эшләй, шулай уҡ АВС тормоз системаһы, гидрокөсәйткес приводлы рулдәр, кешене осраҡлы рәүештә ҡыҫыуға ҡаршы функциялы электроприводлы ишектәр, GPS/ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы һәм ЭРА-ГЛОНАСС ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу системалары менән тәьмин ителгән. Салонда тауышлы иғлан иткес һәм электрон табло ҡуйылған.
Автобустар сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн дә ҡулайлаштырылған. Урталағы ишектә коляскалағы кешеләргә тәғәйенләнгән аппарель ҡулайламаһы, ә салонда хәрәкәт мәлендә колясканы беркетеү өсөн махсус урын бар. Автобустарҙың иҙәненә таймай торған япма түшәлгән.
Төбәк Башлығы яңы техниканың барлыҡ экологик хәүефһеҙлек талаптарына яуап биреүен айырып билдәләне, сөнки автобустар тәбиғи газда эшләй. Радий Хәбиров “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамиль Шәрипов менән бергә яңы автобустарҙы ҡарағандан һуң Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү, ҡала һәм райондарҙа автомобилдәрҙе газ менән тәьмин иткән станциялар (АГНКС) төҙөү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
Республика Башлығы былтырғы йылда “Башавтотранс”тың бәләкәй, урта һәм ҙур класлы 478 яңы автобус менән тулыланыуын иҫкә төшөрҙө. Быйылғы йыл дауамында 245 заманса автобус алыу күҙаллана.
Водителдәр менән әңгәмәләшкән саҡта Радий Хәбиров предприятие хеҙмәтсәндәренең социаль йәһәттән яҡланыу мәсьәләһен күтәрҙе.
– Эш хаҡын арттырыу тураһында уйларға кәрәк. Быны аҙ-аҙлап булһа ла даими эшләү зарур, - тине република етәксеһе. – Был – иң ҙур бурыс. Беҙ яңы автобустар һатып алып та, водителдәр булмаһа, бынан файҙа булмаясаҡ.
Фотолар: glavarb.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: