Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 19:01

"Турецкий хоры" башҡортса йырлаясаҡ

12 июндә 12 сәғәт 30 минутта Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында Башҡортостан халҡы өсөн “Рәсәй йырҙары” тигән байрам концерты була. Республика Хөкүмәте һәм легендар "Турецкий хоры" махсус бүләк әҙерләй. Тапшырыуҙа бер нисә быуындың яратҡан йырҙары яңғыраясаҡ.

“Ҡәҙерле һәм һөйөклө Башҡортостан Республикаһы! Беҙ һине бик һағынабыҙ. Әлегә килергә мөмкинлек юҡ, шуға күрә виртуаль осрашыу үткәрергә булдыҡ. Хатта экран аша ла энергетиканы, хистәрҙе тойорға була бит. Рәсәй йырҙары – күп милләтле илебеҙҙең күңел сағылышы ул. Ошо күркәм байрамда һеҙҙең менән бергә булыуыбыҙға шатмын!” – тине Рәсәйҙең халыҡ артисы Михаил Турецкий.
Музыкаль бүләк сифатында башҡортса композиция яңғыраясаҡ.
Махсус ҡунаҡ – Soprano ҡатын-ҡыҙҙар арт-төркөмө.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: