Даирә
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 16:13

Радий Хәбировтың да әсәһен алдағандар...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мут әҙәмдәрҙең нисек итеп әсәһен йөҙ мең һумға алдауын һөйләне. Ул был ваҡиғаны ветерандар ойошмалары вәкилдәре менән онлайн режимда үткәрелгән осрашыуҙа иҫкә төшөрҙө. Әңгәмә финанс грамоталылығы һәм пенсионерҙарҙың ышаныусан булыуы арҡаһында алдаҡсыларҙан отолоуы, аҡсаларынан яҙыуы хаҡында ла барғайны.

Был күңелһеҙ хәл 2014 йылда, Радий Хәбиров Рәсәй Президенты хакимиәтендә эшләгән осорҙа була. Әсәһе ул саҡта Ишембайҙа йәшәй.
“Иртән торһам, телефонда - ҡабул ителмәгән утыҙға яҡын шылтыратыу. Ағайым, ҡустым, әсәйем шылтыратҡан. “Нимә булды?” - тип ағайға шылтыратам. Баҡһаң, иртәнге сәғәт биштә билдәһеҙ әҙәм, үҙен полиция майоры тип танытып, әсәйгә “улығыҙ кешене туҡмаған, уның баш мейеһе һелкенгән. Мин уны хәҙер йә полицияға илтәм, йә миңә аҡса бирегеҙ”, - ти икән. Әсәйем үҙенең 200-300 мең һум тирәһе аҡсаһы барлығын әйтә. Шунда уҡ банкомат эҙләп сығып китә. Ҡарауылсы уны туҡтатырға тырышып ҡарай. ”Ҡамасаулама миңә, улым бәләгә тарыған,” - тип әсәй йөҙ мең һум аҡсаһын теге билдәһеҙ алдаҡсының картаһына күсерә. Ҙур ҡурҡыу тойғоһо кисерҙе ул. Аҙаҡ асыҡланды, мутлашыусы төрмәлә ултырған. Ошондай ысул менән аҡса “эшләгән”, - тип һөйләне республика етәксеһе.
Фото:worddisk.com.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: