Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 17:01

Питбуль балаға һөжүм иткән

Салауат ҡалаһында 14 йәшлек ҡыҙҙы питбуль тоҡомло эт тешләгән.

Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә баланың әсәһе Люциә бәйән иткән. Хәл Островский урамында кис көнө булған. Ваҡиға урынынан йыраҡ түгел мәктәп һәм балалар баҡсаһы урынлашҡан.
– Мин өйҙә инем. Бала әхирәте менән бергәләп магазинға китте. Улар юлды ҡыҫҡартыр өсөн квартал араһынан барған. Ҡаршыларына питбуль эйәрткән егет килеп сыҡҡан. Эт оҙон бауҙа, әммә моронлоҡһоҙ булған. Эт ырылдаған, әммә ҡыҙҙар артабан киткән. Ҡыҙымдың аяҡ кейемендәге бауы һүтелгән һәм ул уны бәйләй башлаған. Ул арала теге егет тә ошо яҡҡа йүнәлгән. Эте кинәт тартылып, ҡыҙымдың аяғын умырып алған – яра ҙур, - тип бәйән иткән әсә.
Әммә эт хужаһын был хәл бөтөнләй борсомаған: ул ҡыҫҡа ғына итеп “ғәфү үтенгән” дә ҡыҙға тиҙерәк өйгә ҡайтырға, яраны эшкәртергә һәм дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәңәш биреп... китеп тә барған.
Люциә ханым бала менән дауаханаға мөрәжәғәт иткән. Унан полицияға шылтыратһа ла, дежур бүлектә телефон алмағандар. Аптыраған ҡатын социаль селтәрҙә оран һалырға ҡарар иткән. Ошонан һуң ғына хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатынды үҙҙәре эҙләп тапҡан. Улар эттең хужаһын асыҡламаҡсы.
Фото: bash.news
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: