Антонина М. белдереүенсә ул көндө ире Александр (исемдәр үҙгәртеп алынды) һәм ике балаһы менән ҡунаҡта булып, ҡайтып килгән. Ир юл буйына йоҡлаған, сөнки иҫерек булған.
“Өй янына килеп еткәс, ул уянды ла үҙен бәйһеҙ тота башланы. Алты йыл самаһы бергә йәшәп, беренсе тапҡыр миңә ҡул күтәрҙе. Балалар алдында машина эсендә туҡманы. Мин быны алкоголгә бәйләйем, ул бер тапҡыр ғына һуҡманы. Миңә балаларҙы, сумкаларҙы, иҫерек ирҙе өйгә индерергә кәрәк ине, шуға күрә ағайыма шылтыраттым. Ул машина янына килеп еткән сағында иремдең эсемә һуғыуын күреп ҡалды. Ишекте асты һәм бер тапҡыр уның башына һуҡты", – ти ҡатын.
Һуғыу менән Александр иҫен юғалта. Антонина менән ағаһы уға ярҙам итеп ҡарай тик файҙа булмай.
– Ашығыс ярҙам бик оҙаҡ килде. Килгәс, улар иремдең шунда уҡ, һуҡҡас та үлгәнен билдәләне. Мин һәм ирем ағайым менән бик яҡшы мөнәсәбәттә инек. Ул ярҙам итергә килде, иҫерек иремде, балаларҙы, Александрҙың миңә һуғыуын күрҙе. Был нормаль кешенең ҡарашы, ул мине яҡлашты. Тик йәрәхәт бик ауыр булған. Ағайым ғүмерендә балалар янында бындай аҙымға бармаҫ ине, уның үҙенең өс йәшлек балаһы бар, – ти Антонина.
Һәләк булған ир Эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы идаралығында эшләгән. Уларҙың ике йәшлек ҡыҙы һәм дүрт йәшлек улдары булған. Ә ғәйепле ир бәләкәй балаһын һәм айырылған ҡатынын аҫраған.
– Әле мин бер нимә лә эшләргә уйламайым, бер нимә лә белмәйем. Бөтә эштәр менән атай-әсәйем шөғөлләнә, мин уларҙы алып бара, алып ҡайта ғына алам. Минең бәләкәй балаларым бар, уларға психолог ялларға, ирһеҙ йәшәргә өйрәнергә, балаларға аңлатырға кәрәк, – ти ҡатын.
Александрҙы 7 июндә ерләгәндәр.
– Ирем тураһында бер насар нимә лә әйтә алмайым. Ул бик яҡшы кеше ине, һәйбәт атай, хәстәрлекле ул. Тик эскән сағында үҙен насар тота ине. Ҡәйнәм менән СМС-хәбәрҙәр аша ғына һөйләшәбеҙ, улар был хәлдә мине ғәйепле һанай, сөнки мин унда инем, – ти ҡатын.
Антонина үҙен ғәйепле һанамай.
– Шаһиттар бар, кешеләр йорт чатында унда нимә булғанын яҙа. Беҙҙең талашыу, әрләшеү, "Ашығыс ярҙам" саҡыртыу. Барыһы ла бар. Мин үҙем һәм балаларым өсөн ҡурҡтым. Мин бит ағайымды уны үлтерер өсөн саҡыртманым, миңә ярҙам кәрәк ине, – тип илай ҡатын.
“ГорОбзор” баҫмаһы сығанағы мәғлүмәттәре буйынса, Антонинаның тәнендә туҡмалыу эҙҙәре асыҡланмаған. Оперативниктарҙа улар өсәүләп бергә алкоголь эскән тигән фекер ҙә бар.