Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 13:37

Беренсе курсты ғына тамамлаған булған...

Яңыраҡ Ағиҙел йылғаһында һыуға батҡан баланы ҡотҡарған, әммә үҙе һәләк булған 18 йәшлек егет тураһында яҙғайныҡ. Баланы һыуҙан тартып алып, ярға ҡарай этеп ебәрергә өлгөрһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы

үҙе сыға алмай. Фажиғәнән һуң ҡалала кешеләрҙең ял итеү урындары буйлап рейдтар ойоторола башланы.
18 йәшлек Хажиморат Каландаров Тажикстандан Өфөгә уҡырға килгән булған. Быйыл аграр университеттың беренсе курсын тамамлаған, бында үҙенә дуҫтар ҙа тапҡан. Был көндө ул иптәштәре менән Ағиҙел буйындағы пляжда ял иткән. Һыуҙа батып барған баланы күреп, шунда уҡ ҡотҡарырға ташланған.
Бер кем дә егеттең батыуын абайламай. ”Беҙ уны берәй ергә киткәндер тип уйланыҡ, көттөк тә көттөк”, - ти туғаны Сәмижон Резвонов.
Водолаздар бер нисә сәғәттән һуң уның кәүҙәһен таба. Ошо көндәрҙә махсус самолет менән уны Тажикстанға оҙатасаҡтар.
Өфөлә йыһазландырылған туғыҙ пляж бар. Тик халыҡ ниңәлер ял итеү өсөн “ҡырағай” урындарҙы һайлай. Ҡотҡарыу хеҙмәттәре яңынан рейд үткәрергә йыйына, ял итеү урындарының нисек йыһазландырылыуын тикшерәсәктәр. Һыу стихияһы аяуһыҙ, миҙгел асылып өлгөрмәгән, инде ҡорбандар бар.
Фото:шәхси архивтан.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: