Даирә
+4 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Июнь 2020, 16:59
Баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса минималь пособие ике тапҡырға артты
Беренсе баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса пособиеның минималь күләме
3 375 һумдан 6 752 һумға тиклем арттырыла. Рәсәй президенты Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында
баҫылған
.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 11 майҙа президент бала тәрбиәләү буйынса пособие күләмен арттырырға
тәҡдим иткәйне
. Уның һүҙҙәренсә, эшләмәгән граждандар, шул иҫәптән студенттар ошондай пособие ала. Ҡағиҙә булараҡ, улар – ярҙамға мохтаж йәш ата-әсәләр.
Бынан тыш, декрет ялы осоронда эшһеҙ ҡалғандар өсөн пособиеның максималь күләме арта. 6000-дән 13 504 һумға тиклем. Был сара бала тәрбиәләгән, ләкин ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағына мотлаҡ социаль страховкалау ҡаралмаған эшһеҙ ҡалған йөклө әсәләргә йәки опекундарға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
https://www.bashinform.ru/bash/1459832/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: