Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 11:25

Яңы мәктәптәр артасаҡ

Башҡортостанда быйыл “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 310 урынлыҡ ике мәктәп барлыҡҡа киләсәк.

Әлеге ваҡытта төҙөлөш эштәре әүҙем алып барыла. Тағы бер мәктәп 2021 йылда тәүге уҡыусыларын ҡабул итергә әҙер буласаҡ. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе.
60 урынлыҡ мәктәп һәм 20 урынлыҡ балалар баҡсаһы Нуриман районының Беренсе май ауылында төҙөлә. Уны быйыл 30 августа тапшырмаҡсылар.
Шаран районының Шаран ауылында 1-се урта мәктәп бинаһына 250 урынлыҡ төкәтмә һәм 250 урынлыҡ ашхана төҙөлә. Бында эштәрҙе 2020 йылдың 1 декабренә тамамларға йыйыналар.
2021 йылда Нефтекама ҡалаһының 24-се биҫтәһендә 1225 урынлыҡ мәктәп һалынасаҡ.
“Заманса мәктәп” төбәк проектына барлығы 1105,34 миллион һум аҡса бүленә, уларҙың 696,82 миллион һумы – федераль, 408,52 миллион һумы республика бюджетынан алынасаҡ.
“Мәғариф” милли проекты ярҙамы менән быйыл “Үҫеш нөктәһе” профиле буйынса 42 һанлы һәм гуманитар үҙәк асыласаҡ. 101 дөйөм белем биреү учреждениеһында һанлы мәғариф мөхите маҡсатлы моделе индереләсәк, шулай уҡ балалар өсөн «IT-куб» һанлы белем биреү үҙәге барлыҡҡа киләсәк.
Ауылдарҙа урынлашҡан 48 мәктәптә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база яңырасаҡ. Шулай уҡ был базаны ике коррекция мәктәбендә лә яңыртырға йыйыналар.
Бынан тыш республикала алдан барған һөнәри әҙерлек үҙәге булдырыласаҡ. Белем биреү учреждениеларында заманса ҡорамалландырылған 13 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк.
Фото: 123ru.net
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: