4 113 кешенең 2 590-ы — актив сирле, 1 505-е һауыҡҡан.
Уҙған тәүлектә республикала коронавирустан вафат булғандар һаны үҙгәрмәгән, улар – 18 кеше.
Рәсәй төбәктәрендә һуңғы тәүлектә коронавирус йоҡтороуҙың 8 595 осрағы раҫланған, 171 кеше вафат булған. Бер тәүлектә илдә 11 709 кеше һауыҡҡан.
Дөйөм алғанда, бөгөн Рәсәйҙә 485 253 сирле иҫәпләнә, уларҙың 242 397-һе һауыҡҡан, 6 142 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Әлеге мәлдә илдә коронавирусҡа 13,2 миллиондан ашыу тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә генә төбәктәрҙә 238,6 мең тест эшләнгән.
Рәсәйҙә коронавирусҡа шик булған 320,5 меңдән ашыу кеше медицина күҙәтеүенә алынған.