Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 13:28

Малайҙы серәкәйҙәр, талпандар ныҡ талаған...

Салауат районынан яңғыҙы ғына урманда өс көн һәм ике төн үткәргән алты йәшлек Ренель Ғәниевтең табылыуын ишетеп ҡыуанғайныҡ. Әммә әлегә малай реанимацияла ята.

"Малайҙы серәкәйҙәр, талпандар ныҡ талаған, ул шок хәлендә ине, әле бер аҙ тынысланды, - тип хәбәр итә үҙәк район дауаханаһының реанимация бүлеге мөдире Алик Сәләховтың һүҙҙәренә таянып «Салауат ерендә» баҫмаһы. - Дөйөм алғанда, уның хәле тотороҡло, шөкөр, ғүмеренә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай".
Баланың организмы һыуҙы күп юғалтҡан, тип белдерә табиптар. Әле уға тейешле барлыҡ медицина препараттары, витаминдар билдәләнгән. Бынан тыш, психолог та уны күҙәтеүгә алған.
Реанимацияла ул тағы бер нисә көн буласаҡ, һуңынан балалар бүлексәһенә күсереләсәк. Тиҙерәк һауығып кит инде бала...

Фото:ufa1.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: