Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 11:15

Кинәт кенә таҙарыу ниндәй сир арҡаһында булырға мөмкин?

Спортзалға ла даими йөрөйһөң, салат, тауыҡ итенән ҡала әллә ни ашағаның да юҡ, ә үлсәү һине барыбер һөйөндөрмәй. Киреһенсә, һуңғы ваҡыт ул гел өҫкә үрмәләй. Ниңә шулай һуң был?

Кинәт кенә артыҡ килограмдар йыя башлау ниндәйҙер ауырыу билдәһе лә булырға мөмкин. Шуға күрә быны иғтибарһыҙ үткәреп ебәрергә ярамай.

1. Өҫтәүенә, арыйһың да икән, тимәк, был – гипотиреоз булырға мөмкин. Кеше кинәт таҙарып киткән осраҡта, иң беренсе ошо сиргә тикшерәләр. Ҡалҡан биҙ (щитовидная железа) метаболизмды яйға һалырға ярҙам итә. Әгәр ул насар эшләй икән, аш ҡайнатыу процесы тиҙлеге әкренәйә. Хәлһеҙлек, тиренең артыҡ ҡоро булыуы, сәс ҡойолоу – былар ҙа ошо сир арҡаһында булырға мөмкин. Һүҙ уңайынан: уны дауалау ауыр түгел.

2. Әгәр күрем даими килмәй икән – поликистоз булырға мөмкин. Һәр бишенсе ҡатын-ҡыҙ быларҙан яфалана. Эске секреция биҙҙәре системаһы дөрөҫ эшләмәү арҡаһында, организмда шаҡтай тайпылыштар барлыҡҡа килергә мөмкин: күрем күреү боҙолорға, биттә төктәр үҫә башларға, мигрень яфаларға... Поликистоз организмдың инсулин менән нисек идара итеүенә лә тәьҫир итергә мөмкин.

3. Әгәр гел стресс һәләтендә йәшәйһең икән – депрессия булырға мөмкин. Әгәр стресс һәләтенән сығып тормайһың икән, организм бер туҡтамай адреналин һәм кортизол бүлеп сығара: шуға күрә бындай осраҡта таҙарып киткәнгә ғәжәпләнергә лә кәрәкмәй. Өҫтәүенә насар йоҡлайһың, бик тиҙ арыһаң, бер нәмәгә лә ғәмең ҡалмаған икән, һиндә депрессия булырға ла мөмкин.

4. Әгәр төндәрен йоҡламайһың – йоҡоһоҙлоҡтан интегәһең икән, ауырлығың артыуын көт тә тор. Кеше насар йоҡлаһа, уның организмында метаболизм, йәғни матдәләр алмашыныуы бик әкренәйә.

5. Әгәр май ҡатламы гел көтмәгән урындарҙа туплана икән – Кушинг синдромы булырға мөмкин. Был сир бик һирәк осрай: бер миллионға – 10-15 кешелә генә. Ҡанда кортизол күләме артҡанлыҡтан килеп сыға ул. Май ҡатламы эстә һәм елкәлә тупланырға мөмкин – шул уҡ ваҡытта боттар бик зифа ҡала. Кешелә бындай синдром бар икән, уның энергияһы кәмей, шәкәр сире башлана, ҡан баҫымы, холестерины күтәрелә.

Фото:twitter.com
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: