Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 12:05

Эт ҡыҙыҡайға ташланған

Салауат ҡалаһында питбуль тоҡомло эт 14 йәшлек ҡыҙыҡайҙы тешләгән.

Уның әсәһе “ProUfu” баҫмаһына бына нимә тип һөйләгән: “Был хәл кисә кискә ҡарай 17-се мәктәп эргәһендә булды. Ҡыҙым әхирәте менән китеп барғанда эргәлә генә ир асыҡ-һорғолт төҫтәге эт менән йөрөгән. Өҫтәүенә уға морондоҡ кейҙерелмәгән. Ҡыҙым саҡ ҡына иғтибарын ситкә йүнәлткәндә эт уға ташланған”.
Ҡатындың һүҙҙәренә ҡарағанда баланың аяғын тешләгән этте тиҙ генә айырып ала алмағандар. Һөҙөмтәлә ул яраланған. Башта хужаһы эткә баланы ебәрһен өсөн ҡысҡырған һәм ошонан һуң муйынсаҡ бауын тарта башлаған. Яҡынса бер минут үткәс кенә этте баланан айырып ала алған һәм: “Ғәфү итегеҙ”, – тигән дә, юҡҡа сыҡҡан.
“Ҡыҙым әле һаман шок хәлендә. Был хаҡта уның хәтерләгеһе лә, һөйләшкеһе лә килмәй. Был хәл тураһында уның әхирәте һөйләгәндән генә белдем”, – тип һөйләгән ҡатын.
Полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғә урынында ҡуйылған видеокүҙәтеү камераларын тикшерә. Балаһы зыян күргән әсә иһә ошо эттең ҡыҙына ташланыуына шаһит булғандарға 8(917)387-80-92 телефоны буйынса шылтыратыуҙы һорай.
Фото: pinterest.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: