Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
9 Июнь 2020, 18:25

30 мең һум – Әбйәлил районына!

“Башҡортостандың милли киң матбуғат сараларына ярҙам ит” акцияһы еңеүселәре билдәле булды. Был акция Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арналды. 30 мең һумлыҡ төп приз Әбйәлил районына юлланасаҡ.

Акцияға бөгөн “Юлдаш” радиоһында “Теге өсәү” тапшырыуының тура эфиры ваҡытында йомғаҡ яһалды. Эфирҙа ҡунаҡ булараҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, “Башҡортостан” нәшриәт йорто филиалы – Республика мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков ҡатнашты.
Эльвира Айытҡолова әлеге ваҡытта онлайн тәртибендә барған Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығын билдәләү тураһында һөйләне, радио тыңлаусыларҙы гәзит һәм журналдарға яҙылып ҡалырға өлгөрөргә саҡырҙы. Яҙылыу кампанияһы 10 июндә тамамланасаҡ.
Марат Ғәзизов белдереүенсә, бөгөн Башҡортостанда башҡорт телендә 48 гәзит һәм журнал нәшер ителә. Улар араһында балалар, ҡатын-ҡыҙҙарға арналғандары, һөнәри-тармаҡ баҫмалары ла бар.
– Был баҫмаларҙың йәнең теләгәненә онлайн яҙылып була, бының өсөн почта бүлексәһенә барыу кәрәкмәй. Мобиль ҡушымта йәки “Рәсәй почтаһы” сайтында яҙылыу ойошторолған, – тине ул.
Акцияға килгәндә, ул 23 майҙан 9 июнгә тиклем дауам итте. Уның тураһында 165 мең кеше белгән. Барлыҡ шарттарҙы ла 700-ҙән ашыу кеше үтәй алған. Приздарҙы уйнатыу улар араһында ойошторолдо. Осраҡлы һанды һайлай торған программа ярҙамында конкурстың бар шарттарын да үтәгән – Ҡоролтай, “Юлдаш” радиоһы һәм 13 баҫманың “Бәйләнеш”тәге социаль селтәрендәге төркөмөнә яҙылған кешеләр һайлап алынды.
Уңыш Учалы районынан Әлфиә Күсәева һәм Баймаҡ районынан Земфира Ғүмәроваға йылмайҙы. Улар 10000 һәм 20000 һумлыҡ приздар ала. 30000 мең һумлыҡ төп призды иһә Әбйәлил районында йәшәгән Нурия Усманова отҡан. “Теге өсәү” тура эфирҙа еңеүсе менән бәйләнешкә сыҡты. Нурия Усманова Ишкилде ауылында фельдшер булып эшләй һәм күп йылдар республика һәм район гәзиттәрен алдыра икән.
– Мин социаль селтәрҙәрҙә күп башҡорт төркөмдәренә яҙылғанмын. Улар аша беҙ бик күп яңылыҡтар беләбеҙ, район һәм республика кимәлендәге яңылыҡтар менән танышабыҙ. Тик ғәҙәт буйынса гәзит һәм журналдар уҡыуҙан баш тартмайым. Улар аҡыл өсөн рухи аҙыҡ бит. Башҡортса сыҡҡан баҫмаларға яҙылмай ҡалғаным юҡ, – тине ул.
Тағы өс бәхетле кеше “Юлдаш” һәм “Ашҡаҙар” радиолары бүләген алып ҡыуанды, 13 кеше башҡорт телендәге баҫмаға яҙылыу отто. Акцияны ойоштороусылар әүҙем яҙылыусыларға ҡыҙыҡһыныу һәм тоғролоҡтары өсөн ҙур рәхмәт әйтте.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: