Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 00:59

Юғалған малай табылды!

Салауат районының Урмантау ауылында ике көн элек юғалған алты йәшлек Ренель Ғәниев, ниһайәт, иҫән-һау табылған.

Әле уны табиптар ҡарай, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Унан алда республиканың тәфтиш комитеты бәләкәй бала юғалыу сәбәпле эҙләүҙе еңеләйтеү өсөн үлтереү тураһында енәйәт эше асҡайны. Эҙләүҙә тәфтишселәр, криминалистар ҡатнашты, шулай уҡ ауылдаштар, ирекмәндәрҙең эҙләү-ҡотҡарыу отряды әүҙем ҡушылды.

"Малай иҫән-һау, Иҙелбай ауылында йылға яры буйында табылды. Әле уны медицина хеҙмәткәрҙәре тикшерә", ти агентлыҡ хеҙмәткәре.

Фото: ok.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: