Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
8 Июнь 2020, 01:08

"Ә һин ниңә шундай бала тапманың?"

Земфира Байбулдинаның социаль селтәрҙә яҙған тарихтары халыҡта һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Яратҡан алып барыусыбыҙҙың ғаиләһендә үҙенсәлекле бала үҫкәнен бөтәбеҙ ҙә белә. "Ҡояш ҡыҙы"н ғаиләлә ихлас яраталар, бик матур тәрбиәләйҙәр. Тик сит кешеләр ҡыҫылырға ярата шул. Бына сираттағы ошондай бер ваҡиға.

"Тормошомда булған тағы бер тарих менән уртаҡлашҡым килә. Сафия менән балалар майҙансығында уйнап йөрөгәндә булды ул, - тип яҙа Земфира. - Шул мәлдә яңы ғына килгән ҡатын ныҡ тауышланып үҙенең балаларына ҡысҡыра башланы. Ниндәй генә һүҙҙәр менән әрләмәне уларҙы! Үҙен тыңламауҙарына асыуланды, уларға күп аҡса китеүен дә әйтте, ә, дөйөм алғанда, бәләкәстәрҙең атаһына йәне көйә ине. Уныһы ҡасҡан, ахыры, тәрбиәләүҙә бер ҙә ярҙам итмәй икән...
Шул саҡта ул минең Сафияма иғтибар итте һәм ҡыҙына әйтә: “Ана сирле бала ла үҙен тәртипле тота, ә һеҙ тыңламайһығыҙ”. Ҡыҙы ла Сафия менән ҡыҙыҡһына башланы: “Әсәй, ә ул нимә менән сирләй, ҡайһы ере ауырта?” Ҡатын асыу менән былай тип яуап бирҙе: “Бер нәмә менән дә ауырымай! Ул ни бары дебил! Бына ошондайҙарға дәүләт аҡса түләй ҙә инде, ә беҙгә ни бары 500 һумлыҡ пособие!”
Ҡыҙы бер аҙ уйланып торҙо ла: “Әсәй, әтеү ни өсөн һин дебил бала тапманың, уларға күп аҡса түләгәс?” - тип һорамаһынмы. Был ҡатын һүҙһеҙ ҡалды. Әллә нәмәләр әйтергә уйлап ауыҙын асты ла өндәшмәне..."
Фото: Земфира Байбулдинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: