Даирә
-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 14:50

Ҡыяр, кишер, еләк уңһын өсөн ни эшләргә?

Ҡыяр, кишер, еләктәр һәйбәт булһын, емештәре тәмле һәм эре булһын өсөн нимә эшләргә?

Ҡыярҙарға сир төшмәһен һәм уңышы күп булһын өсөн 1 литр эремсек һыуына 30 тамсы йод, 150 грамм шәкәр ҡомо ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ. Шуға 10 литр һыу өҫтәп, ике аҙнаға бер тапҡыр ҡыярҙарға һибергә.

Кишерҙәрҙе беренсе тапҡыр һирәкләткәс, 10 литр һыуға 3 грамм марганцовка һәм 2-3 грамм бор кислотаһы ҡушып һибергә кәрәк. Башта таҙа һыу һибегеҙ. Кишер себендәре эйәләшә башлаһа, 10 литр һыуға бер аш ҡалағы төйөлгән ҡыҙыл борос ҡушып һибергә кәрәк.

Рауза ҡыуаҡтарының япраҡтары күк төҫөнә инә башлаһа, 5 литр һыуға бер аш ҡалағы сода, бер сәй ҡалағы һауыт-һаба йыуа торған шыйыҡса, бер аш ҡалағы көнбағыш майы һәм бер таблетка аспирин ҡушып болғатығыҙ ҙа һибегеҙ.

Еләктәр эре булһын өсөн бер стакан көлдө 1-2 литр ҡайнар һыуға һалып ҡуйырға, һыуынғас, 10 литрлыҡ силәккә һөҙөргә лә, шуға 2 грамм марганцовка, 2 грамм бор кислотаһы (порошогын), бер аш ҡалағы йод ҡушып, силәк тулғансы һыу өҫтәргә. Еләктәр сәскә атыр алдынан уларға ошо ҡатнашманы һибергә. Ул еләктәрҙе микроэлементтар менән туҡландыра.

Фото: Т.Роза
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас в