100 г грек сәтләүеге, 100 г сыр, майонез, самалап тоҙ, биҙәү өсөн йәшелсә.
Тауыҡ итен бешерергә һәм һыуытырға. Йомортҡаны бешереп, ағынан һарыһын айырырға һәм ҡырғыстан үткәрергә. Тауыҡ итен турарға, ҡара емеште ҡайнар һыуҙа йомшартып турарға, сәтләүекте ваҡларға, сырҙы эре ҡырғыс аша үткәррегә. Быларҙың бөтәһен дә түбәндәге тәртип буйынса һауытҡа ҡатлап һалырға. Һәр ҡат өҫтөнә майонез, кәрәк тапһағыҙ, самалап тоҙ һибергә: тауыҡ ите - йомортҡаның һарыһы - ҡара емеш – сыр – сәтләүек - йомортҡаның ағы. Әҙер салатты майонезы һеңгәнсе бер аҙ һыуытҡыста тоторға һәм өҫтөн йәшелсә менән биҙәргә.