Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 19:00

Тәүҙә мәйетханала бикләһендәр, хәҙер...

Архангел район дауаханаһы мәйетханаһында коронавирус йоҡторған кеше менән бәйләнештә булғандан һуң

изоляцияға ябылған ике шәфҡәт туташы тураһында яҙғайныҡ инде. Хәҙер ул хәлде Тәфтиш комитеты тикшерә.
Бер бәхетең булмағас, булмай шул тигәндәй, уларҙың береһенә - бығаса "коронавирус" аҡсаһының түләнмәүенә лә зарланған Ә.Р-ға тағы бәхетһеҙлек килгән. Йөрәге ауыртып, ике тапҡыр ЭКГ тикшереүе үткәргәс, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәте уны район дауаханаһына алып килә. Дежур табип сирлене Өфөгә Республика кардиология диспансерына ебәрмәксе була, әммә етәкселектә бындай рөхсәт биргән документтарҙы раҫлау менән проблема тыуа. Ҡатынды кардиоүҙәккә йүнәлтеп булмағас, уны урындағы терапия бүлексәһенә һалмаҡсы итәләр. Әммә бында ла "өҫтән" рөхсәт алып булмай.
Һөҙөмтәлә шәфҡәт туташының ире прокуратураға мөрәжәғәт итә. Шунда ғына ҡатынды дауаханаға урынлаштырырға мөмкинлек тыуа. "Әле уны Өфөләге 6-сы клиник дауаханаға күсереү мәсьәләһе хәл ителә", - тигән ире. Был хәл тураһында, зыян күргән шәфҡәт туташының ире һүҙҙәренән, медицина хеҙмәткәрҙәренең "Хәрәкәт" профсоюз ойошмаһы хәбәр итә, тип белдерә UFA1.RU порталы.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: