Был юлы Бөрйән, Борай, Бәләбәй һәм Стәрлетамаҡ райондары юртаҡтары үҙ көсөн һынаны. Хәтерҙә оҙаҡ ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булды сираттағы ат сабышы. Бөрйән һыбайлыларының, беренсенән, милли кейемдә булыуы таң ҡалдырһа, икенсенән, Айсар Ишдәүләтовтың эйәрһеҙ сабыуы һоҡланыу уятты. Эйе, егеттең “Гөлһара” ҡушаматлы башҡорт тоҡомло бейәнең ялына тотоноп боронғоса сабыуы үҙе бер мәртәбә булды. Тик 2015 йылғы “Гөлһара” беренселекте бирмәҫкә тырышһа ла, “Ҡурай” атамалы тай барыбер көслөрәк булып сыҡты. Ул Ғәҙел Шәриповҡа кубок яуларға ярҙам итте.
Борай районынан Дилара Ғәйфуллина ла спорт һөйөүселәр хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр, моғайын. Ҡыҙҙың саялығына, ҡыйыулығына һәм сәмселлегенә иҫ-аҡылың китер. Бар нәмә үҙенән генә торһа, тәүге урындарҙың береһен яулар ине ул, моғайын. Борай һыбайлылары араһында ул беренселекте яуланы-яулауын. Тик бына ярымфиналда “Бүләк”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хужабикәһен аҙаҡҡы һыҙыҡҡа тиклем алып барып еткермәне: Дилара аттан йығылып төштө. Ярай әле, имгәнмәне.
Ярыштарҙа Стәрлетамаҡ районынан “Альянс” ҡушаматлы атта елдергән Евгений Везнюк еңеүсе тип табылды. Икенсе урынға – Стәрлетамаҡ районынан Александр Авраменко (“Бүләк”), өсөнсөгә Бөрйән районынан Рифат Ҡарасурин (“Азиза”) сыҡты. Ә күңелдә, ниңәлер, башҡа һыбайлыларға бәйле ваҡиғалар күберәк урын алды. Ни эшләйһең, был – спорт. Унда дөйөм иҫәп беренселекте яуларға ярҙам итә. Өҫтәүенә ат сабыштарында йыш ҡына күп нәмә һыбайлыға түгел, ә йылҡы малының холҡона бәйле. Быны бөгөнгө ярыштар йәнә иҫбатланы.
“Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының V этабы 6 июндә сәғәт 12-лә башланасаҡ. Унда Дыуан, Кушнаренко, Бишбүләк һәм Балаҡатай юртаҡтары ҡатнашасаҡ. Турнир Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар каналында, UTV, “Вся Уфа”, “Конный мир”, “СтартТВ”, “Сәләм” һәм социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк. Әйткәндәй, сара тамашасыларһыҙ ойоштороласаҡ, һәм унда барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәләсәк.