Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 16:24

Пособиеға хоҡуғы булған кешеләр күбәйә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова онлайн-брифинг үткәрҙе һәм Башҡортостанда халыҡты социаль яҡлау тармағындағы яңылыҡтар менән тулыраҡ таныштырҙы. Сарала республика буйынса Пенсия фонды, күп функциялы үҙәк һәм башҡа ведомство вәкилдәре ҡатнашты.#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары

Мәғлүм булыуынса, 1 июндән Башҡортостанда өс йәштән ете йәшкәсә (ғәмәлдә һигеҙ йәшкә тиклем тип әйтергә мөмкин) пособиелар түләнә башланы. Ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә тәғәйенләнгән. Был түләүҙәрҙе алыу өсөн 50 меңдән ашыу ғаилә ғариза яҙған, ә ошо пособиеға хоҡуғы булған ғаиләләрҙең һаны республикала 90 мең самаһы.
Йән башына тура килгән килем хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр өсөн билдәләнгән йәшәү минимумынан артмаҫҡа тейеш. Был дәүмәл 2019 йылдың икенсе яртыһында ҡабул ителгән һәм беҙҙә 9804 мең һум тәшкил итә. Пособие күләме иһә былтырғы йылдың икенсе яртыһында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумының 50 процентына тиң - 4 894,5 һум.
Тағы бер яңылыҡ: әгәр ҙә ғаилә ағзаһы пандемия шарттарында эшһеҙ ҡалған һәм был рәсми иҫбатланған икән, уның быға тиклем алған килеме иҫәпкә алынмаясаҡ.
Шуныһы мөһим: түләү тотош бер йыл өсөн иҫәпләнә. Ғариза бөгөндән алып ҡайһы ваҡытта бирелһә лә, пособие 2020 йылдың 1 ғинуарынан билдәләнәсәк. Шулай итеп, ата-әсә ағымдағы йылдың биш айы өсөн дә аҡса аласаҡ. Әгәр балаға ағымдағы йылда ғинуарҙан июнгә тиклем өс йәш тулған икән, ғаиләгә өҫтәмә түләү ошо көндән алып билдәләнәсәк. Йәки балаға 8 йәш, мәҫәлән, 15 апрелдә тула икән, ата-әсәһе әле ғариза яҙып, ғинуар, февраль, март һәм апрелдең яртыһы өсөн пособиеға иҫәп тота ала, тип белдерҙе Ленара Иванова. Ленара Иванова шуныһын айырым биләләне: был социаль ярҙам төрө эпидемияға бәйле түгел, ул артабан да буласаҡ. Әммә ошо осорҙа эш юғалтҡандарҙың килеме иҫәпкә алынмаясаҡ – был мөһим үҙенсәлек.
Өс йәштән 15 йәшкәсә түләүҙәргә килгәндә, Башҡортостанда ошо категорияға ҡараған 709 мең бала бар. Әлеге ваҡытта 400 меңдән ашыу баланың ата-әсәһе ғариза биргән, түләүҙәр документтар тикшерелгәндән һуң һигеҙ көн эсендә адресатына барып етергә тейеш. Ғаризалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.
Хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә булмаған, йәш ярымға тиклем беренсе балаһын ҡараған өсөн пособие күләме лә күтәрелә һәм Башҡортостанда 7764 һум тәшкил итәсәк. Бының өсөн бер ҡайҙа ла документ артынан йөрөргә кәрәкмәй: Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендәге мәғлүмәттәргә ҡарап, ул автоматик рәүештә иҫәпләнәсәк.
Төрлө ведомство вәкилдәре төп проблемалар менән дә уртаҡлашты: граждандарҙың интернетта документтарын дөрөҫ тултырмауы, йшәгән урынын дөрөҫ күрһәтмәүе һәм башҡа ошондай ваҡ, әммә үтә мөһим ғәмәлдәр эште тотҡарлай, ведомство-ара эшмәкәрлектең тотороҡлолоғона аяҡ сала. Шуға күрә ғариза менн ҡайҙа мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә, иң тәүҙә барлыҡ талаптар менән танышырға һәм иғтибарлы булырға кәрәк.
Фото: А.Гөлсәсәк
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: