Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 18:48

“Мәғариф сәғәте”ндә ниндәй мәсьәләләр ҡаралды?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн-режимда сираттағы “Мәғариф сәғәте”н үткәрҙе, унда уҡыу йылының тәүге йомғаҡтары, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү кампанияһы үҙенсәлектәре һәм балаларҙың йәйге ялын ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

Кәңәшмә башында БР Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская социаль селтәрҙәрҙә халыҡ тарафынан мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы күтәрелгән һорауҙарға туҡталды. Улар араһында дистанцияла уҡыуҙы ойоштороу өсөн интернет менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, яңы төҙөлгән биҫтәләрҙә мөғариф учреждениелары төҙөү, балалар баҡсаларының эшмәкәрлеген асыуҙы һорап яҙған мөрәжәғәттәр бар.
- Коронавирусҡа бәйле хәл-торош тотороҡланды тип әйтеп булмай, шуға күрә балалар баҡсаларын асыу менән ҡабаланырға ярамай, - тине Радий Хәбиров. – Әлегә мәктәпкәсә учреждениеларҙа дежур төркөмдәр менән сикләнергә тура килә.
Төбәк Башлығы Мәғариф һәм фән министрлығына мәктәп биләмәһендәге спорт майҙансыҡтарының эргә-тирә йорттарҙа йәшәгән балалар өсөн асыҡ булыуын тәьмин итергә ҡушты.
3 июлдә республика мәктәптәрендә Берҙәм дәүләт имтихандары башлана. Июль айында етди сәбәп менән һынау бирә алмаған уҡыусылар имтиханды августа тапшыра аласаҡ. БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, барлыҡ БДИ тапшырыу пункттарында ла санитар контроль тәьмин ителгән. Мәктәп автобустары көнөнә ике тапҡыр антисептиктар менән эшкәртеләсәк. Сығарылыш кисәләренә килгәндә, улар тотош ил буйынса 27 июндә онлайн-форматта үтәсәк.
- Беҙ балаларға байрам кәрәк икәнен аңлайбыҙ, әлбиттә. Әгәр барыһы ла яҡшы булып, санитар табиптар рөхсәт итһә, барлыҡ имтихандар тамамланғандан һуң – 25 июлдә сығарылыш балы уҙғарырға күҙаллайбыҙ, - тине министр.
- Бөгөнгә бер нимә лә әйтеп булмай. Әлегә ошо күҙаллауҙарға таянабыҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әммә иң мөһимен әйткем килә: сығарылыш кисәләрендә эсеп иҫергән уҡыусыларҙы күреү – бик насар! Мотлаҡ аңлатырға кәрәк: сығарылыш балы – алкоголь эсеү өсөн сәбәп түгел.
Июндең өсөнсө декадаһында юғары уҡыу йорттары документтар ҡабул итә башлай. Уҡырға инеү августа үтәсәк. Тәү сиратта ташламаға эйә абитуриенттарҙы ҡабул итәсәктәр.
- 2020-2021 уҡыу йылына 11 меңдән ашыу бюджет урыны бүленгән. Был былтырғы йыл менән сағыштырғанда 1073 урынға күберәк, - тип хәбәр итте М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов. – Абитуриент менән ҡабул итеү комиссияһының аралашыуы мөмкин булғанса онлайн алымға ҡулайлаштырыласаҡ. Шәхсән килеү кәрәкмәй. Уҡырға инергә теләүселәр документтарын уҡыу йорттарының сайттары аша электрон формала ебәрә ала.
Республика Башлығы төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығына муниципалитеттар менән берлектә интернет үткәрелмәгән ауыл уҡыусыларының документтарын тапшырыу эшендә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Шулай уҡ Радий Фәрит улы юғары уҡыу йорттары тарафынан документтар ҡабул итеү тәртибе менән таныштырыу йәһәтенән киң аңлатыу эше алып барыуҙы һораны.
Быйыл пандемия балаларҙың йәйге ял миҙгелен ваҡытында башлауҙы ла тотҡарланы. Айбулат Хажин әйтеүенсә, ике меңдән ашыу лагерь 1 июлдән асылыуға әҙер. Ундағы хеҙмәткәрҙәр вахта ысулы менән ябыҡ режимда эшләйәсәк. Ата-әсәләр менән осрашыу көндәре булмаясаҡ.
- Балалар арыны, улар ял иткеһе килә, - тине Радий Хәбиров. – Әммә балалар лагерын асыр алдынан биш тапҡыр уйлағыҙ: барыһы ла тәртиптәме? Әгәр лагерҙа сир йоҡтороу усағы барлыҡҡа килһә, сменаны асыусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ. Әгәр эпидситуация яҡшырмаһа, ашыҡмағыҙ.
Әлеге ваҡытта республикала онлайн-сменалар әүҙем эш башланы. 70 меңдән ашыу бала дистанциялы алымда интерактив конкурстарҙа һәм уйындарҙа ҡатнаша, буш ваҡытын ҡыҙыҡлы итеп үткәрә. Башҡортостандағы онлайн-сменалар тәжрибәһе Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тарафынан юғары баһаланды – республика проекттарын федераль ресурстарға сығарҙылар. Айбулат Хажин белдереүенсә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 400-ләгән бала беҙҙең онлайн-сменалар эшендә ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығы билдәле Бөтә Рәсәй лагерҙары өлгөһөндә эшләргә тейешле Илеш районындағы “Орленок” лагерында эштәрҙең нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынды.
- Көҙ аҙағында уны үҙгәртеп ҡороуҙы тамамлаясаҡбыҙ, тораҡ һәм уҡыу корпустары төҙөләсәк, спорт биләмәһе, аҙыҡ-түлек блогы, бассейн барлыҡҡа киләсәк, - тине министр.
- “Орленок”ты асҡас, башҡа лагерҙарға тотонасаҡбыҙ. Беҙҙең маҡсат – республика ғорурланырлыҡ аҡыллы, тәртипле балалар үҫтереү һәм тәрбиәләү, - тип һығымта яһаны Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: