Даирә
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 16:12
“Үлән ашап иҫән ҡалдым”, - ти Нәзип бабай
“Лиза Алерт” ирекмәндәре 85 йәшлек Нәзип Зәйнуллинды эҙләп тапҡан. Мирный ауылында йәшәгән пенсионер июнь башында урманға миндек әҙерләргә киткән еренән
әйләнеп ҡайтмай.
Хафаға төшкән туған - тыумасаһы ҡарт юғалғандан һуң 36 сәғәт үткәндән һуң ғына ирекмәндәргә мөрәжәғәт итә. Ярҙам бик ваҡытлы була. Биләмәне һыҙырып сығып, төнө буйы эҙләйҙәр. Аяғын ҡаймыҡтырған, атлай алмаған оло кешене яланда үлән араһынан табалар. Кейемендә яҡтылыҡты сағылдырыусы һыҙат булыуы уны табырға ярҙам итә.
Хәле булғанда Нәзип бабай йылғанан һыу эскән, үлән ашаған, “шуға күрә иҫәнмен”, ти ул. Ирекмәндәр уны иртән тыуған йортона илткән. Уны бында ашығыс ярҙамдан тыш, ғаиләһе, туғандары һәм йылы мунса ҡаршы алған.
Фото: “Лиза Алерт”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/l-n-ashap-i-n-aldim--ti-N-zip-babay-305501/
"Башҡортостан" гәзите сайтынан алынды
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы