Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 11:05

Июндә рәсәйҙәрҙе ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Июндә рәсәйҙәрҙе Рәсәй көнө һәм Еңеү парады ойошторолоу уңайынан ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә, тип хәбәр итте «РИА Новости» агентлығы Хеҙмәт министрлығына һылтанма менән.

Тәүҙә рәсәйҙәрҙе 12 июндән 14-енә тиклем ял көтә. 11 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Бынан тыш, Рәсәй президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы арҡаһында күсерелгән Еңеү парады 24 июндә — 1945 йылда Ҡыҙыл майҙанда «еңеүселәрҙең тарихи парады» уҙған көндә буласағын иғлан итте.
24 июндең ял булыуын, ләкин эш хаҡы һаҡланыуын иҫәпкә алып, 23-ө байрам алды көнө тип һаналмай, шуға күрә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡармай.
Фото: Валерий Шахов
Галина Бахшиева
Читайте нас: