Даирә
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
5 Июнь 2020, 12:15

Һигеҙ йәшлек малайҙың ни ғәйебе?

Белорет ҡалаһында була был аяныслы хәл. Урындағы 42 йәшлек ир һөйәркәһенә һәм уның һигеҙ йәшлек улына ташланып,

туҡмай башлай. Балаһын яҡлайым тип, ҡатын ирҙең күкрәгенә бысаҡ ҡаҙай.

Асыҡланыуынса, низағ ир менән ҡатындың бергәләп эсеүенән һуң башлана. Шайтан һыуынан ҡыҙып алған әҙәм, күҙе томаланып, һөйәркәһенә һәм уның балаһына ташлана. Балаһын яҡларға тырышҡан ҡатын ҡулына бысаҡ алып, иргә сәнсә.
Тикшереүҙәрҙән билдәле булыуынса, был ир һөйәркәһен йыш туҡмаған, ә ҡатындың быға тиклем дә кешегә бысаҡ менән ташланып, ауыр тән йәрәхәттәре һалғаны өсөн хөкөм ителгәнлеге асыҡланған.

Әле ҡазаланыусы Белорет дауаханаһында. Ә ҡатын ҡулға алынған, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: "Башинформ".
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: