Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 15:10

Йәшәү менән үлем араһындағы уйҙар

Билдәле блогер Рөстәм Нәбиевтең татыу ғаилә башлығы, ике бала атаһы икәнлеге мәғлүм. Ә бынан бер нисә йыл элек, йәштәштәре менән бергә ҡот осҡос фажиғәгә тарыған ваҡытта, йәшәү менән үлем араһында ошондай бәхетле көндәрҙе күҙ алдына килтерә алғанмы икән? Ә ул ауыр көндәр онотолмайҙыр, күрәһең. Нәбиевтең социаль селтәрҙәге яңы яҙмаһы ошоно тағы берҙе иҫбатлай.

“Реанимация. Минең аяҡтарым инде юҡ һәм ҡулдарҙы ҡырҡыу мәсьәләһе хәл ителә. Ә баштан бер уй сыҡмай: Индира минең менән менән ҡалырмы?⁣⁣⠀Унда, дауаханала, уға туранан-тура әйттем: ниндәй ҡарар ҡабул итһәң дә, аңлармын. Уның ысынлап бәхетле булыуын, тулы тормош менән йәшәүен теләнем. Ә минең менән тормош ябай булмаясағы көн кеүек асыҡ. Ул саҡта мин хатта балалар булырмы-юҡмы икәнлеген дә белмәй инем.
“Һинең аяғың булыу-булмауы миңә барыбер. Мин һине бик ныҡ яратам һәм ташламаясаҡмын”, - ошондай яуап ишеттем.
Ошо көндә минең күңелдә ниндәйҙер ут тоҡанды. Йәшәү йәме барлыҡҡа килде, Индираға нисек тәҡдим яһарымды күҙаллай башланым. Был мине насар уйҙарҙан арындырҙы, “үлерменме-ҡалырмынмы” тигән аяныслы шиктәрҙән арындырҙы. Мин туйға курс алдым һәм ыңғай тулҡынға көйләндем.
...2017 йылдың июне. Беҙ ЗАГС-та, матурҙар, бәхетлеләр. Быға тиклем ике аҙна буйы мин протезда фәҡәт баҫып торорға өйрәнгәйнем.
Ошо уҡ кистә Индира аҡ күлдәктә атаһы менән бейей ине. Бына ул уны ҡулынан тотто ла, эргәмә алып килде: “Бына Рөстәм, һиңә минең ҡыҙым”, - тине.
...Ир ғаилә ҡорғанда, ҡатын һәм балалары өсөн иңенә яуаплылыҡ ала һәм уның аяҡтары булыуы-булмауы мөһим түгел. Тормош инвалид булғандарға ташлама яһамай. Шуға ла мин моңайып ултырмайым, алам да эшләйем: һөйгәнем бәхетле булһын өсөн, ошо тойғо уны бер ваҡытта ла ташламаһын өсөн...” - тип хис-тойғолары менән бүлешкән Рөстәм.
Фото геройҙың шәхси сәхифәһенән.
⁣⁣⠀
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: