Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 19:35

Вахтасылар, башҡаларҙы хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ!

Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән онлайн-брифингта көнүҙәк һорауҙарға ла яуаптар яңғыраны.

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус менән сирләүселәрҙең ҡырҡа артыу сәбәптәрен аңлатты һәм үҙенсәлектәрен билдәләне. Мәҫәлән, коронавирус менән тотош ғаиләләр ауырығаны мәғлүм: ата-әсәһе, балалары. Шул уҡ ваҡытта улар сирҙе оло быуын вәкилдәренә – олаталарына, өләсәләренә лә йоҡтороп өлгөргәндәр, сөнки, тыйыуҙар ғәмәлдә булыуға ҡарамаҫтан, аралашыуҙар күп, һөҙөмтә булараҡ сирлеләр ҙә арта. Иң аяныслыһы шул: йәштәр сирҙе билдәһеҙ йә еңел үткәрә, ә ололарҙың ғүмере хәүеф аҫтында ҡала.
Икенсе сәбәп – төрлө тарафтарҙан тыуған яғына ҡайтҡан вахтасылар. Әгәр Яҡут Республикаһындағы Чаянда ятҡылығынан яҡташтарыбыҙҙы тикшереп, ойошҡан рәүештә алып ҡайтһалар һәм сәләмәтлектәрен даими күҙәтеп торһалар, үҙ яйы менән йөрөгән вахтасылар етди хәүеф сығанағы булып тора.
– Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасылар Башҡортостанға тиклем обсерваторҙа булып, коронавирусҡа тикшерелгән булһа ла, ҡайтҡас 60-тан ашыу кешелә сир асыҡланды. Ә үҙ яйына йөрөгән вахтасылар, һау-сәләмәт, йәш, көслө ир-аттар, үҙҙәренең вирусты таратыусы булғанын хатта белмәй ҙә. Ҡайтып төшкәс, ғаиләләре, яҡындары, дуҫтары, күрше-күлән менән аралашалар һәм үҙҙәре лә белмәйенсә сир йоҡтороусыға әүереләләр. Әле беҙ ошо күренештең һөҙөмтәһен күрәбеҙ, - тине Максим Забелин һәм сит ерҙән ҡайтҡан кешеләрҙең үҙ аллы изоляция режимын һаҡлауын үтенде.
Әйткәндәй, Өфөләге яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәгендә пациенттарҙы ҡабул итә башлауҙары мәғлүм. Был госпиталь Өфө һәм Өфө үҙәк медицина округына ҡараған биләмәне хеҙмәтләндерә. Башҡа райондарҙан сирлеләрҙе килтереүҙең әһәмиәте юҡ, сөнки район-ҡалаларҙа барлыҡ талаптарға яуап биргән госпиталдәр бар, тине Максим Забелин.
Шул уҡ ваҡытта республикала биш дауахана карантин режимында эшләй. Һүҙ Ҡырмыҫҡалы, Бишбүләк, Туймазы райондарындағы, Туймазы ҡалаһындағы һәм баш ҡаланың 13-сө дауаханаһы хаҡында бара.
Фото: riatomsk.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: