Даирә
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 19:30

Сирлеләр һаны ҡырҡа артҡан

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле сираттағы онлайн-брифинг үткәрҙе. Һуңғы яңылыҡтар менән министр Максим Забелин таныштырҙы.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 107 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 3608-гә етте. Һауыҡҡандар – 1286 (һуңғы тәүлектә 37 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18. Республика стационарҙарында 995 сирле ята, 1309 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
Шул уҡ ваҡытта "пневмония" диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 110 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 50 кеше дауахананан сығарылған.
Максим Забелин сирләп китеүселәр араһында оло йәштәгеләрҙең артыуын билдәләне. Әйтергә кәрәк, уларға ҡарата коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеүгә бәйле сикләүҙәр алынмаған, комендант сәғәте, үҙ аллы изоляция талаптары үтәлергә тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көндәр йылыныу менән аралашыуҙар ҙа арта, шуға ла оло йәштәгеләр һаман да хәүеф төркөмөндә ҡала. Улар ауырыуҙы күпкә ауыр үткәргәне, пневмония, тын ҡыҫылыу кеүек сир билдәләре хас булыуы билдәләнде.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы урынбаҫары Мария Скотарева һуңғы тәүлектә 5381 кеше тикшерелгәнен әйтеп үтте. Дөйөм алғанда, коронавирусҡа ошоға тиклем республикала 265 675 тикшереү үткәрелгән, 252 905 кеше тикшерелгән. Анализ һөҙөмтәләре уртаса бер-ике тәүлек эсендә билдәле була.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: