Даирә
-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 12:30

Сибайҙа виртуаль концерт залы асыла

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә, Сибайҙа виртуаль концерт залы асыласаҡ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбе виртуаль концерт залын төҙөү буйынса “Һанлы мәҙәниәт” проекты еңеүсеһе булды. Был маҡсатта бер миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әле был суммаға мультимедия ҡоролмаһы, экран яңыртылған. Был ҡала халҡына симфоник музыканы “тере тауыш”та тыңларға мөмкинлек бирәсәк.
Әйткәндәй, “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Сибай Балалар сәнғәт мәктәбе “Рубинштейн” исемле ике фортепиано, биш ҡурай, ике концерт һәм бер уҡыу думбыраһы менән тулыланған. Музыка ҡоралдарының дөйөм хаҡы бер миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас в