Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 21:45

Шпинат менән күркә итенән

Ошондай кәтлит бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, кисегеҙ йәмле булһын, дуҫтар!

Ярты килограмм күркә ите, бер йомортҡа, бер баш һуған, 150 грамм шпинат, бер тырнаҡ һарымһаҡ, ике-өс аш ҡалағы он, тоҙ, борос, үҫемлек майы алабыҙ.
Тәүҙә итте, һарымһаҡты, һуғанды ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Шпинатты ваҡлап турайбыҙ. Әҙер фаршҡа йомортҡа, шпинат, тоҙ, борос өҫтәйбеҙ.
Шунан кәтлит эшләп, онда әүәләйбеҙ. Талғын утта үҫемлек майында ике яҡлап ҡыҙҙырып алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Realcooks.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: