Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 16:00

Денис менән Лиана булмаһа, нимә булырын уйлауы ла ҡурҡыныс...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республика юлдарында кеше күпләп үлә. Ошо көндәрҙә ундайҙар һаны тағы берәүгә артыр ине, тик ваҡытында ярҙамға килгән Лиана менән Денис быға юл ҡуймай.

Был мөғжизәгә оҡшаған хәл 1 июндә кис көнө Затон шоссеһында була. Росгвардияның махсус тәғәйенләнештәге Өфө отряды хәрбиһе ефрейтор Денис ҡатыны Лиана менән ошо юлдан китеп барғанда авариянан зыян күргән автомобилде күреп ҡала. Машина янында юл хеҙмәткәре күкрәксене кейгән кеше ята. Уны бәрҙергән булалар. Водитель шок хәлендә машинаһында ултыра. Ғаилә шунда уҡ ярҙамға ташлана.
Ҡарап тороуға ирҙең аяҡтары, ҡулдары һәм ҡабырғаһы һынған кеүек тойола уларға, ул күп ҡанын юғалта. Ҡазаланған ирҙең хәлен баһаларға һәм дөрөҫ ярҙам күрһәтергә ефрейторға медицина әҙерлеге һәм янында булған хирург ҡатыны ярҙам итә.
– Ул ыңғыраша ине, аяҡ-ҡулдарын ҡыбырлатырға тырыша, беҙ “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе уны хәрәкәтһеҙ итергә ҡарар иттек. Ҡатыным – табип, ә мин спецназда хеҙмәт итәм, шуға күрә машинабыҙҙа һәр ваҡыт аптечка менән дарыуҙар ғына түгел, ә ашығыс ярҙам күрһәтеү әйберҙәре лә бар. Тик бинттар барыбер етмәне. Улар менән үтеп барған ғаилә ярҙам итте, – тип һөйләй Денис.
Аяҡтарына һәм ҡулдарына шиналар һалыу өсөн улар таҡталар табып килтерә. Хәлен бер аҙ яҡшыртыу өсөн ауыртыуҙы баҫа торған уколдар ҡаҙайҙар һәм хәлен тотороҡландырған дарыуҙар бирәләр, сөнки күп ҡан юғалтыуҙан уға ҡан баҫымы түбән төшөү ҡурҡынысы янай.
“Ашығыс ярҙам” килгәс, яралыны табиптар ҡулына тапшыралар. Әле эшсе дауаханала, хәле тотороҡло. Денис менән Лиана уның хәлен белешеп тора, сөнки ысын күңелдән уның өсөн борсола һәм тиҙерәк һауығыуын теләй.
Юлдарыбыҙ һәр ваҡыт имен булһын. Ә ҡурҡыныс хәлгә тарығанда, ярҙамға килерлек кешеләр осрап торһон.
Фото: Росгвардияның матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: