Даирә
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 12:35

Балаларҙыҡы тип тормаған

Өфө районының ете мең тирәһе кеше йәшәгән Авдон ҡасабаһында яңыраҡ сафҡа индерелеп эш башлаған балалар баҡсаһы эргәһендә видеокамералар бихисап. Ғөмүмән, ҡасаба буйынса бөтөн ергә эленгән камералар "күҙе"нә салынмай ғына үтермен тимә. Шулай ҙа был бурҙарҙы туҡтатмай.

Битлек, оҙон ҡара плащ кейгән ир кеше ышаныслы аҙымдар менән балалар баҡсаһы ихатаһына үтеп инеп, тәүҙә барлыҡ камераларҙы һүндерә, унан һәр бүлмә буйлап йөрөп табыш эҙләй.
"Баҡсалағы бөтөн ноутбуктарҙы, проекторҙы, фотоаппараттарҙы йыйып алған. Ашхананан 20 килограмдан ашыу итте алып киткән", - тип һөйләй “Ләйсән” балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Мортазина.
Балалар баҡсаһы коллективы бурҙы табыу маҡсатында социаль селтәрҙәргә видео һалып мөрәжәғәт итте. Уғры әлегә тотолмаған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше асҡан.
Фото: "Бәйләнештә", скриншот.
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас: