Даирә
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 15:15

Бәшмәктән былау бешергәнегеҙ бармы?

Был ризыҡ, моғайын, күптәргә оҡшайҙыр. Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!

Бер стакан дөгө ярмаһы, бер баш һуған, бер кишер, 300 грамм бәшмәк (туңдырылған булһа ла ярай), тоҙ, тәмләткестәр (паприка, кориандр, ҡәнәфер, ҡара борос, әнис, петрушка), өс тырнаҡ һарымһаҡ алабыҙ.
Башта бәшмәкте 20 минут тирәһе бешерәбеҙ. Шунан ҡаҙанды йылытып, ҡайнаған майҙа һуғанды ҡыҙҙырабыҙ. Кишерҙе ваҡлап турап, бәшмәкте, дөгө ярмаһын ҡатлап ҡаҙанға һалабыҙ, тәмләткестәр өҫтәйбеҙ. Һарымһаҡты таҙартмайынса ҡушабыҙ. 2,5 стакан ҡайнаған һыу өҫтәп, ҡаҙандың ҡапҡасын ябып, болғатмайынса 30 минутҡа утҡа ҡуябыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Ona-znaet.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: