Даирә
-9 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 13:45

Аҡса урынына “рәхмәт” кенә алған водитель бар

Ҡыҙыҡ осорҙа йәшәйбеҙ, бер яҡтан - иҡтисади көрсөк, икенсе яҡтан коронавирус ҡыҫа, тик ябай халыҡтың бирешергә иҫәбе юҡ. Ярҙам ҡулы һуҙыу, мәрхәмәтлек, миһырбанлыҡ ғәмәлдәренән дә ваз кисмәйбеҙ, киреһенсә, күңелдәр таҙара, көрәйә барғандай.

Социаль селтәрҙә бер водителдең ғәҙәти булмаған акцияһы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. Өфөләге маршрут автобустарының береһендә шундай яҙыу эленгән: ”Юл өсөн түләргә аҡсағыҙ булмаһа, бушлай илтәм. Бары РӘХМӘТ әйтегеҙ һәм сәбәбен аңлатып тормайынса төшөгөҙ”.
Ысынлап та, водитель аҡсаһыҙҙарҙан бары "рәхмәт" кенә ала. Был изгелек мохтаждарға ярҙам булыр, әлбиттә. Тик социаль селтәрҙә ҡулланыусылар хәүефләнә: беҙҙә бушты ғына өмөт итеүселәр, кеше елкәһендә йәшәргә теләүселәр ҙә етерлек, ирҙең ихлас ярҙамын баһаламағандар булыр, тип хафалана улар.
Ҡайһы маршруттың водителе шундай эскерһеҙ ярҙам иткәнен белгегеҙ киләлер, моғайын. Шаһиттар әйтеүенсә, һүҙ 211-се маршрут тураһында бара.
#ВремяГероев
Фото: Bash.news.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас в