Даирә
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 12:09

Яңынан тын алырға, атларға, ашарға өйрәнергә тура киләсәк...

- Ҡәҙерле туғандарым, дуҫтарым, барлыҡ ватандаштарым! Тыуған Башкортостанымдың тын алышын, йөрәк тибешен гел тойоп-күҙәтеп килә торғас, барығыҙға ла күңел түренән сыҡҡан һүҙҙәремде еткерергә булдым.

Күренеүенсә, күптәр үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда үлемесле коронавирус инфекцияһы бөтөнләй булмаған ишеләй, уның ҡурҡыныс янағанын бөтөнләй һанға һуҡмай. "Ул пандемия тигәндәре әллә ҡайҙа ятҡан Италия, Испания, Әмрикә яҡтарында ғына тиҙәр бит, ә беҙгә, Башҡортостандағыларға ҡағылмайсы", - тип фараз итеүен белә. Донъя йөҙөндә күпме кеше ҡорбан булғанын ишетә тороп та, минең тыуған илем кешеләре шәхсән үҙенең һәм яҡындарының һаулыҡ-ғүмеренә бармаҡ аша ҡарай бирә. Һөҙөмтәлә ҡурсаланыу ҡағиҙәләре - өйҙә ҡалырға тырышыу, бөтә әйберҙе дезинфекциялау, битлек һәм бирсәткә кейеп йөрөү, үҙ-ара хәүеф-хәтәрһеҙ арауыҡ һаҡлап тотоу һәм башҡа бик мөһим һаналған һаҡланыу ҡағиҙәләре инҡар ителә.
Коронавирус йоҡтороу бит ул ябай тымау тейҙереп сырхау түгел! Әйтәйек, йоҡторҙоғоҙ икән, ти. Оҙайлы юғары тән температураһы биҙгәге, тамаҡ төбө ауыртыу, йүтәлләгән саҡта күкрәк ҡыҫыуы һәм башҡа билдәләренә ҡарап (әйткәндәй, нисек кенә ҡыйын кисерелһә лә, был этап сирҙең еңел үткәрелә торған мәле тип һанала, сөнки һеҙ әлегә үҙаллы тын алаһығыҙ, йәғни йәнегеҙ тәнегеҙгә хужа), һеҙ ябай һалҡын алдырҙым/киҙеү эләктерҙем/бронхит ыҙалата тип уйлайһығыҙ. Әммә йыш осраҡта аҙаҡтан хәлегеҙ ҡапыл киҫкенләшә, үҙаллы тын алыу һәләтен юғалтаһығыҙ һәм реанимация ашығыс ярҙамына мохтажлыҡ тыуа.
ИВЛ, йәғни үпкәне яһалма елләтеү аппараты, тураһында күптәр аҙ-маҙ ишетеп белә, әммә ысынбарлыҡта уның ни икәнен ентекләп күҙ алдына килтерә алмай. Ул бит һис тә ауыҙға ҡаплап ҡуйылған кислород маскаһы тугел! Табиптар һеҙҙе еңел генә итеп кислородҡа тоташтырҙы ла, шунан инде тормошоңдо барлап, рәхәтләнеп уйланып ятырға мөмкинлек булды тип уйлау төплө хата! Йоғошло Covid-19 өсөн ИВЛ - ул дөйөм наркоз аҫтында яһала торған интубация. Уның мәғәнәһе шунда: һеҙ кәмендә ике-өс аҙна буйы йөҙтүбән, хәрәкәтһеҙ килеш, ауыҙ аша трахеяға тиклем тығып индерелгән көпшә менән ятаһығыҙ, ул баяғы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыла, шул минуттан үҙ бронх-үпкәгеҙ үтәргә тейешле функцияны һеҙҙең өсөн мәжбүри рәүештә машина үтәй. Шул саҡта һеҙ һөйләшеү, ашау-эсеү, һәм башҡа тәбиғи физиологик йомоштарҙы үҙаллы үтәй алмайһығыҙ. Килбәтһеҙ кәүҙә торошоноң ялҡытҡыс уңайһыҙлығы, сыҙай алмаҫлыҡ ауыртыныу арҡаһында һеҙгә туҡтауһыҙ ауыртыныуҙы баҫа торған көслө анальгетиктар һәм йоҡлатҡыс уколдар ҡаҙаясактар. Шунһыҙ тын юлығыҙҙа көпшә тороуына сыҙап булмаҫ. Мәжбүри тын алдырыу машинаһына мохтажлыҡ бар осорҙа һеҙ яһалма кoмала, йәғни тәрән йоҡоға оҡшаш иҫһеҙ-аңһыҙ хәлдә буласаҡһығыҙ. 20 көн самаһы ошондай дауалау осоронда 40 процент мускул күләмен юғалтасаҡһығыҙ.
Шулай итеп, ИВЛ арҡылы ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалдығыҙ, коронавирусты еңдегеҙ ҙә икән, ти. Бик шәп. Әммә үпкәне яһалма елләтеү аппараты көпшәһе арҡаһында ауыҙ эсендәге, тамаҡ төбөндәге һәм тауыш ярыларының, оҙаҡ ятыуҙан битегеҙҙең тишелеп боҙолған сей яра-йәрәхәттәрегеҙ йүнәлгәнсе, ныҡ ябығыу сәбәпле барлыҡҡа килгән хәлһеҙлек кеүек киҫкенләшеүҙәрҙән һуң организмды ҡайтанан тергеҙеүгә иң кәмендә 6-12 ай талап ителә. Элекке рәүешкә килер өсөн бик ауыр реабилитация осорон үтәһегеҙ бар. Күпме көс-ҡеүәт, бөгөлмәү-һынмау талап ителә быларҙы имен-һау үтеп тере ҡалыр өсөн?! Тап ошо сәбәпле оло йәштәгеләр һәм һаулығы насар булғандар сирҙең башында уҡ тиҙ бирешеп пандемияның куп һанлы ҡорбандары сафын тулыландыра.
Мин яҙғандарҙы ошо еренәсә уҡырға форсат тапҡас, өндәмәмдең төп өлөшө былай: зинһар, тыуған-тыумасағыҙға, таныш-тоноштарығыҙға, күрше-күләнегеҙгә был яуыз COVID-19 вирусына ҡарата булған еңел-елпе ҡараш урынһыҙ икәнен аңлатһағыҙсы. Әлбиттә, барыбыҙ ҙа ялҡтыҡ был режимдан, "коронавирус" һүҙенән, бурысҡа баттыҡ, эш/уҡыу йүнләп бармай, ғөмүмән, ауыр осор кисерәбеҙ, кешеләр асыулы, әммә үҙенә һәм яҡындарына ҡағылмағас, күптәр ул вирус барлығына ышанып та етмәй. Шөкөр улайһа, вирус барып етмәүен әйтәм. Ләкин бер йоға ҡалһа, аҙаҡ һуң булмағайы, ябай үкенеү ҡотҡармаҫ шул, зинһар, түҙеп-сыҙап ҡурсаланыу талаптарын еренә еткереп үтәгеҙсе, табиптарҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалһағыҙсы. Сөнки сиргә ҡаршы торорлоҡ махсус дауа ла, прививка ла әлегә юҡ. Бөгөн берҙән бер ҡотолоу юлы - сирҙе йоҡтормау һәм башҡаларға таратмау. Беҙ бында, Испанияла, афәттең иң ажғырып торған үҙәгендә ут йотоп көн иттек, күҙ алдында таныштарым һәм ут күршеләрем коронавирустан вафат булды. Шуға күрә аяныслы ысынбарлыҡҡа таянып бәйән итәм.
Хәҙер эпидемияның шашҡан киҫкен сағы артта ҡалды. 30 майға теркәлгән ауырыуҙар һаны - 239564, вафат булыусылар - 27121. Ҙур булмаған ил өсөн был - үтә ҙур һандар. Шуныһы ҡыуаныслы, көндән-көн сирҙе йоҡтороусылар һәм вафат булыусылар һаны яйлап кәмей бара.
Испандар - башлыса законға ныҡ эйәргән кундәм халыҡ, түҙеп, карантиндың ҡаты талаптарын тәүге көнөнән теүәл үтәп килә. Ахыр сиктә вирус, ауыҙлыҡланып, сигенде тиерлек, эпидемияның иң юғары нөктәһен бик ыҙалаһаҡ та үттек, шөкөр. Һөҙөмтәлә дәүләт башлыҡтары ошо көндәрҙә карантин ҡағиҙәләрен йомшартты: балалар баҡсалары, бар-ресторандар ҡабат асылды, кешеләр элекке эш урындарына ҡайтты. Күп нимә рөхсәт ителде, әммә бер шарт менән: битлек кейеүҙе, хәүефһеҙ арауыҡ тотоуҙы дауам итергә (сөнки сирҙе йоҡтороу һәм унан вафат булыу күрһәткестәре нулгә тиклем һаман төшмәгән). Талаптарҙы теүәл үтәһәк, тиҙҙән карантиндан сығыуҙың икенсе фазаһына инәбеҙ тип торабыҙ. Унан һуң илдең сиктәрен асып, туризм рөхсәт ителер тип көтәбеҙ.
Бер нимәгә иманым камил: минең тыуған Башҡортостанымда (ғөмүмән, бөтә Рәсәйҙә) шул рәүешле ҡәһәрле коронавирусты мөйөшкә ҡыҫырыҡлап, юлын быуып булыр. Нисек, ни рәүешлеме? Донъяуи тәжрибәнән сығып һығымта яһап, берҙән бер ысул барлығын - ҡурсаланыу сараларын - етди аң менән ҡабул итеү, үтәү. Шулай иткәндә генә пандемия сылбыры өҙөләсәк, ул саҡта ғәҙәттән тыш хәлдәр шарттары йомшартылып, тормош ҡайтанан элекке тыныс хәлгә ҡайтасаҡ. Ниһайәт, коронавирустың еңелеүен, барлыҡ ыҙалауҙарыбыҙҙың артта ҡалыуын курергә насип булһын өсөн имен ҡалыуыбыҙ иң мөһиме ләбаһа. Ғүмер берәү генә икәнен беләбеҙ, ҡыйын булһа ла, һаҡланайыҡ. "Вирус юҡ" тип боғаҙ йыртыусыларға, пандемия барлығын инҡар итеүселәргә аңлатыу зарур, сөнки ошондай кешеләр үҙенекен пропагандалап, халыҡҡа битарафлыҡ тойғоһон йоҡтора. Вирусҡа шул ғына кәрәк тә инде.
Әлбиттә, халыҡҡа аңлатыр алдынан иң тәүҙә башлап үҙ аңыбыҙға етди һеңдереп алайыҡ: хәүефле вирус бар, тап ошо минутта ул кешеләр ғүмерен Ер шары буйлап салғыһы менән бер туҡтауһыҙ саба-ҡыра килә: кем булыуына ҡарамай, күп кенә табип һәм шәфҡәт туташтарын да аямай. Ҡәһәрле вирус күп ҡорбан талап итә, ул һис кенә лә ялған хәбәр йәиһә уйын-мәҙәк түгел. Уға ышаныслы кире ҡағыу тик үҙебеҙҙән тора икәнен аңлайыҡ. Зинһар, һаҡланайыҡ, имен ҡалайыҡ!

Гөлгөнә ҒӘЙНУЛЛИНА.
Испания, Барселона ҡалаһы.

Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: