Даирә
+13 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
2 Июня 2020, 08:22
Һуҡыр күршеһен үлемдән ҡотҡарған
Кисә Нефтекама ҡалаһында төндә янғын сыға. Насар күргән йорт хужаһы солан яғында сәйер тауыштар ишетеп, тәҙрәһен асһа, ут сығыуын абайлай.
Был ваҡытта йортта төтөн еҫе лә булмай әле, әммә хәл-ваҡиға күҙ асып йомған арала киҫкенләшә. Ярай әле күршеһе ярҙамға ашыға.
БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡыйыу ир тәҙрәне ярып, күреү һәләте буйынса мөмкинлектәре сикләнгән күршеһен хәүефһеҙ урынға алып сыға. Аҙ ғына һуңлаһа, ваҡиға фажиғә менән тамамланыр ине.
Янғын сығыу сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
“Башинформ” фотоһы.
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/u-ir-k-rshe-en-lemd-n-ot-ar-an-298114/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!