Даирә
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
2 Июнь 2020, 12:03

Тыуған көнөнә ике аҙна ҡалғас...

Яҙҙың һуңғы көнөндә Стәрлетамаҡ ҡалаһында булған фажиғә тураһында хәбәр иткәйнек инде. 14 йәшлек үҫмер һыуға батып һәләк булды.

“КП-Уфа” баҫмаһы уның кемлеген асыҡлаған. Руслан (исеме үҙгәртеп алынды) йөҙә лә белмәгән икән. Ни өсөн һыуға төшкәндер? Билдәһеҙ...
Был көн бик эҫе булды. Шуға күрә мәктәп уҡыусылары төркөмө ҡаланың Ҡояшлы биҫтәһе артындағы күлгә бара. Тәүҙә үҫмерҙәр ҡояшҡа ҡыҙына, шунан бер мәлде һыу инергә булып китә. Был күлдең һыуы боҙ кеүек һалҡын һәм тәрәнлеге биш метрға тиклем етә.
– Руслан йөҙә лә белмәй, тик башҡаларға эйәреп һыуға төшөп китә. Унда бик тәрән, һыуы ла ныҡ һалҡын. Боҙло һыуҙа уны көҙән йыйыра, малай бата башлай. Янында тағы ике иптәше була. Береһе уны һөйрәп сығарырға маташа, тик хәленән килмәй. Икенсеһе ярға сығып ярҙамға саҡыра, – тип һөйләй Русландың танышы Полина. – Ярҙа булған ике ир йүгереп килеп уны эҙләй башлай. Тик һыу бысраҡ, бер нимә лә күренмәй. Ҡотҡарыусылар ярты сәғәттән килеп етә. Был ваҡытта Руслан һәләк булған инде.
Шул көндө ярҙа ҡыҙынған бер ҡатын был хәлде күреп торған һәм үҫмерҙең кәүҙәһен сығарғанды телефонына төшөрөп алған. Ул был видеояҙманы социаль селтәрҙәргә һалған, балалар, үҫмерҙәр күреп һабаҡ алһын тигән.
– 13-14 йәшлек балалар - өс егет һәм ике ҡыҙ ине унда. Ҡыҙынып ятҡанда “Батам, ҡотҡарығыҙ!” тип ҡысҡырғанды ишеттек. Ирем һәм тағы бер ир шунда уҡ һыуға һикерҙе. Улар сиратлап сумып малайҙы эҙләне. Тик был урын тәрән, үҙе ҡараңғы, төбөндә ботаҡтар күп. Ете минуттан табиптар һәм полиция килде, ярты сәғәт үткәс кенә ҡотҡарыусылар килеп етте. Ҡыҙғаныс, малайҙы үле килеш сығарҙылар. Ата-әсәһенең ҡайғыһын уртаҡлашам, – ти Элина В. – Ата-әсәләр, балаларығыҙға бындай урындарға барырға ярамай икәнлеген аңлатығыҙ.
Руслан ошо көндәрҙә генә 8-се класты тамамлаған. Ә ике аҙнанан уға 15 йәш тулырға тейеш булған. Дуҫтары белдереүенсә, малай көндәр һанап тыуған көнөн көткән. Таныштары һәм дуҫтары уның тураһында тик ыңғай, яҡшы фекерҙәр генә әйтә. Ул ысын дуҫ булған һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Йәйге осор башланды. Балалар, үҫмерҙәр һыу буйҙарына барыусан. Улар менән әңгәмә үткәреп, тәғәйенләнмәгән урында һыу инеүҙең хәүефе тураһында ныҡлы аңлатығыҙ. Ғүмерҙең бер генә икәнлеген онотмайыҡ!
Фото: Ксения Калинина
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: